Яңылыҡтар
28 Апрель 2025, 03:53

Республикала ҡыҫҡа эш аҙнаһы башланды

-

Республикала ҡыҫҡа эш аҙнаһы башландыРеспубликала ҡыҫҡа эш аҙнаһы башланды
Республикала ҡыҫҡа эш аҙнаһы башланды

Башҡортостанда ҡыҫҡа эш аҙнаһы башланды. Бр хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 1 май — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы һәм 9 май — Еңеү Көнө байрам көндәре булып тора. Шуға күрә хеҙмәткәрҙәрҙең ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланыуы Өсөн Рәсәй хөкүмәте ҡарары менән түбәндәге ял көндәре күсерелде: шәмбе 4 ғинуарҙан йомаға 2 майға һәм йәкшәмбе 23 февралдән кесаҙнаға 8 майға. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында байрам көндәре менән бәйле ял көндәре булып: 1 майҙан 4 майға тиклем Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын байрам итеү менән бәйле, шулай уҡ 8 майҙан 11 майға тиклем Еңеү Көнөн байрам итеү менән бәйле. Алты көнлөк эш аҙнаһында 1 һәм 4 май, шулай уҡ 8, 9 һәм 11 май ял көндәре буласаҡ. 2025 йылда эшләмәгән байрам көнө 1 май кесаҙнаға тура килгәнлектән, шаршамбы, 30 апрелдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, ошо көндәрҙә отпуск алырға ниәтләгәндәр өсөн 1 һәм 9 майҙағы байрам көндәренең отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәүен иҫтә тоторға кәрәк.

Автор:
Читайте нас