

-2025 йылда Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнөнөң төп темаһы: «Цифрлаштырыу һәм яһалма интеллекттың хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙлегенә һәм һаулығына йоғонтоһо». Яһалма интеллект һәм цифрлаштырыу көндәлек тормошобоҙҙоң һәм етештереү процестарының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Улар хәүефһеҙерәк хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға ярҙам итә, хәүефте кәметә, бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртә һәм заманса технологиялар индереү арҡаһында яңы мөмкинлектәр аса. Һанлы технологиялар донъяны үҙгәртә, һәм хеҙмәтте һаҡлау ҙа был йәһәттән ситтән тороп ҡалмай. Бөгөндән үк хеҙмәт һаҡлауҙы үҙгәрткән технологиялар: яһалма интеллект һәм хәүефте күҙаллау өсөн машиналар өйрәнеү; һөҙөмтәлелекте арттырыусы һәм хеҙмәткәрҙәргә йөкләмәне кәметеүсән роботтар һәм экзоскелеттар; хәүефле зоналарҙы мониторинглау өсөн пилотһыҙ аппараттар (БПЛА) ; реаль ваҡытлы хеҙмәт шарттарын күҙәтеү өсөн приборҙар; хәүефле хәлдәрҙе өйрәтеү һәм моделәштереү өсөн виртуаль һәм тулыландырылған ысынбарлыҡ. Шулай итеп, яһалма интеллект һәм цифрлаштырыуҙы индереү менән бәйле хеҙмәтте һаҡлау революцияһы хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙлеген һәм һаулығын тәьмин итеүҙә яңы офоҡтар аса. Был технологиялар эш урындарын хәүефһеҙерәк итеүҙән тыш, тотороҡлораҡ һәм яуаплы корпоратив мәҙәниәт булдырыуға булышлыҡ итә, был артабан производство травматизмын һәм ауырыуҙарҙы кәметеү тенденцияһын һаҡлап ҡалырға һәм нығытырға мөмкинлек бирәсәк, - тине үҙ сығышында район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең баш белгесе Фаил Бикбов.
Хәйбулла районы ветеринария станцияһы етәксеһе Ишмырҙа Баймырҙин үҙ сығышында коллектив килешеү, шәхси һаҡланыу саралары менән ҡыҫҡаса таныштырҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнөн билдәләү һәләк булған эшселәрҙе иҫкә алыу көнөнә бәйле, ул тәүге тапҡыр 1989 йылда АҠШ һәм Канада эшселәре тарафынан үткәрелгән. 2003 йылдан Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнө Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы башланғысы менән һәләк булғандарҙы иҫкә алыу өсөн генә түгел, ә эш биреүселәр, хеҙмәткәрҙәр, йәмәғәтселек иғтибарын производствола имгәнеү һәм хәүефле хеҙмәт шарттары мәсьәләләренә йәлеп итеү, шулай уҡ был проблемаларҙы хәл итеүгә булышлыҡ итеү маҡсатында ла билдәләнә.