Яңылыҡтар
25 Апрель 2025, 05:04

Аҡъюл ауыл биләмәһендә иҫтәлек һаҡлаған һәйкәл барлыҡҡа килде

-

Аҡъюл ауыл биләмәһендә иҫтәлек һаҡлаған һәйкәл барлыҡҡа килдеАҡъюл ауыл биләмәһендә иҫтәлек һаҡлаған һәйкәл барлыҡҡа килде
Аҡъюл ауыл биләмәһендә иҫтәлек һаҡлаған һәйкәл барлыҡҡа килде

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған иҫтәлекле объекттарҙы ремонтлау һәм төҙөкләндереү, төҙөү эштәре дауам итә. Аҡъюл ауыл биләмәһендә лә ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы тураһында иҫтәлек һаҡлаған һәйкәл барлыҡҡа килде. Ул тыл хеҙмәтсәндәренә, һуғыш балаларына һәм фронтовиктарҙың тол ҡатындарына һәм шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында өс һәм дүрт улдарын юғалтҡан әсәләргә лә арналған.
Һәйкәлдәрҙе һаҡлау-ул төҙөкләндереү мәсьәләһе генә түгел, ә азатлығыбыҙ өсөн ғүмерҙәрен биргән кешеләр алдындағы бурысыбыҙ. Быйыл районда бөтәһе 57 һәйкәл ремонтлана, бер нисә ауылда яңылары төҙөлә. Халыҡ инициативаһы буйынса Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың бюсы «Еңеү Һалдаты» һәйкәле территорияһына күсерелә. Эштәр муниципаль бюджет иҫәбенә һәм бағыусылар ярҙамы менән башҡарыла.

Автор:
Читайте нас