Яңылыҡтар
24 Апрель 2025, 10:42

Яугирҙарға тыуған ер йылыһы

Байрам алдынан гуманитар ылауҙың сираттағы партияһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға юлланды.

Яугирҙарға тыуған ер йылыһыЯугирҙарға тыуған ер йылыһы
Яугирҙарға тыуған ер йылыһы

Хәйбулла районы халҡы Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтары, туғандары һәм яҡындары өсөн сираттағы гуманитар ярҙам ебәрҙе. Машиналарға иң кәрәкле әйберҙәр — аҙыҡ-түлек, йылы кейем, медикаменттар тейәлде. Сираттағы ылау Донецк, Луганск, Курск, Белгород, Запорожье, Херсон йүнәлеше буйынса урынлашҡан беҙҙең яҡташ яугирҙарға юлланды. Яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашыу район
халҡы һәм ирекмәндәр тарафынан даими рәүештә өс йыл дауамында тормошҡа ашырыла. Посылкалар барыһы ла яугирҙар һорауы буйынса әҙерләнгән. Әлеге ваҡытта беҙҙең яугирҙарға маскировкалау селтәрҙәре, төҙөлөш ҡоралдары, 2 куб таҡта, газ баллондары, буржуйка мейестәр, аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена саралары һәм башҡа бик күп кәрәк-яраҡтар оҙатылды. Яугирҙарға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған изге күңелле кешеләр күп булыуы ҡыуандыра. Уларҙың ярҙамы уртаҡ эшкә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Яугирҙар төрлө ҙурлыҡтағы маскировкалау селтәрҙәренә заказ бирә. Ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар көн һайын, көндәлек бөтмәҫ йорт эштәренә
ҡарамаҫтан селтәрҙәр үрә. Улар һәр таҫмаға күңел, ҡул йылыһын һалып, үҙ эшенең мөһимлеген яҡшы аңлай. Селтәрҙәр араһына яҡташтарыбыҙға бәләкәй генә күстәнәстәр ҙә әҙерләп 
һалғандар.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас