

Игебаевтар бер ауылда, хатта күрше генә йәшәгәстәр бала саҡтан бер-береһен күреп, белеп үҫкәндәр. Нияз Яңыбай улы Ғәлиәхмәт ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте бөткәс, Магнитогорск ҡалаһының һөнәрселек училищеһында электрик һөнәрен үҙләштерә, һуңынан Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында белем ала. Унда ул суйын ҡойоусы һөнәренә уҡый, шунда уҡ водитель таныҡлығын ала. Әрмегә саҡырылғас ике йыл Чехословакияла мотоуҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә. Хеҙмәт иткән осорҙа спорт мастерлығына кандидат була. Артабан да хеҙмәт итеү теләге ҙур була, ләкин махсус белеме булмау сәбәпле уға ҡайтырға тура килә. Шәһиҙә Йәнтүрә ҡыҙы Аҡъюл ауылында донъяға килгән. Башланғыс кластарҙы тамамлағас, Ғәлиәхмәт ауылына йәшәргә күсәләр, ә белем алыуын Өфө ҡалаһының музыка мәктәп-интернатында (хәҙерге Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге музыка мәктәбе) дауам итә. 10-сы класты тамамлағандан һуң Ғәлиәхмәт ауылына ҡайтып, мәктәптә пионервожатый, йыр уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетына уҡырға инә. 1981 йылда йылда йәштәр ғаилә ҡоралар. Ғаилә башлығы колхозда водитель булып та, мәктәп ҡаҙанлығында ла эшләй. Бер аҙ Ғәлиәхмәт ауылында йәшәгәс, 1985 йылда Өфө районы Авдон ҡасабаһына күсәләр. Тап шул осорҙа башлана ла инде уларҙың ҡошҡортҡа булған ҡыҙыҡһыныуҙары. Шәһиҙә Йәнтүрә ҡыҙы “Башҡорт
ҡошсолоҡ фабрикаһына” эшкә төшә, Нияз Яңыбай улы водитель булып Өфө ҡалаһы магазиндарына аҙыҡ-түлек ташый, бер аҙҙан ул да фабрикаға эшкә урынлаша. Шәһиҙә Йәнтүрә ҡыҙы себештәрҙе сортлаусы булып эшләһә, тормош иптәше Нияз Яныбай улы йөк машинаһы водителе булып алыҫ рейстарға сығып фабрика ҡоштарына кәрәкле тауарҙар, ем ташый.
–Нияз һәр ваҡыт алыҫ рейстарҙа булды, балалар аталарын һирәк күрә торғайны. Шулай булһа ла ул беҙҙең иң ҙур терәгебеҙ булды, һәр яҡлап ғаиләбеҙҙе тәьмин итте, – ти Шәһиҙә Игебаева.
Нияз һәм Шәһиҙә Игебаевтар ике ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, матур тәрбиә бирәләр. Авдон ҡасабаһында мәктәпте тамамлағандан һуң икеһе лә Башҡорт дәүләт университетын тамамлайҙар. Әлеге ваҡытта икеһе лә Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр. Оло ҡыҙҙары Сәжиҙә риелтор булып эшләй, Искәндәр исемле ул үҫтерә. Бәләкәй ҡыҙҙары Нурзилә тормош иптәше Михаил менән ата-әсәһенә ҡошсолоҡ өлкәһендә ярҙам итәләр. Әнүәр исемле ул үҫтерәләр.
20 йыл Авдонда йәшәгәндән һуң тыуған яҡтарына ҡайталар. Ғәлиәхмәт ауылында үҙ магазиндарын асалар, ә 2007 йылда Атингән ауылына йәшәргә күсәләр. 20 йыл фабрикала ҡоштар менән эш иткән Игебаевтар, ҡош-ҡорт үҫтереү нескәлектәрен белеп бөткәс, үҙ эшен асып ебәрәләр. Тәүҙә күрше өлкәләге ҡошсолоҡ фабрикаһынан күмәртәләп бройлер, ҡаҙ, өйрәк, күркә себештәре һатып алып халыҡҡа һата башлайҙар. Әлбиттә, эш башлауы еңелдән булмай. Себештәрҙе ҡошсолоҡ фабрикаһына барып һатып алалар, улар өсөн махсус ҡура эшләп ҡуялар. Әле лә себештәр торған урынды район ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре килеп даими дезинфекциялап, йыуып-таҙартып торалар.
Һәр аҙымдарын дөрөҫ файҙаланып, барына шөкөр итеп йәшәй был йүнсел ғаилә. Ҡошсолоҡ өлкәһендә үҙен ышаныслы эшҡыуарҙар итеп танытҡан Игебаевтар продукцияһына һорау йылдан-йыл арта. Уларға кәсептәрендә уңыштар ғына теләйбеҙ.