Яңылыҡтар
23 Апрель 2025, 06:00

«Бәхет – тыуған ереңдә йәшәү һәм эшләү», – ти Әхтәмовтар

Ауыл ерендә йәшәгән һәм эшләгән кешеләргә ҙур ихтирам менән ҡарайым, улар барыһына ла, бигерәк тә йәш быуынға өлгө булып тора. Был мәҡәләмдә Атингән ауылынан Фәрит һәм Рәйсә Әхтәмовтарҙың татыу һәм эшһөйәр ғаиләһе менән таныштырасаҡмын. Рәйсә Сәғиҙулла ҡыҙы баҡсаһын гөл-сәскәләргә күмһә, Фәрит Нәсибулла улының ҡулынан баяны төшмәй. Баянда бала сағында тәү тапҡыр һыҙғыртҡан бәғзеләр уны ғүмер буйы ҡулынан төшөрмәй, уйнаған көйҙәренән үҙе лә күңел ҡәнәғәтлеге ала, әйләнә-тирәләге кешеләрҙең дә кәйефен күтәрә.

«Бәхет – тыуған ереңдә йәшәү һәм эшләү», – ти Әхтәмовтар«Бәхет – тыуған ереңдә йәшәү һәм эшләү», – ти Әхтәмовтар
«Бәхет – тыуған ереңдә йәшәү һәм эшләү», – ти Әхтәмовтар

Әхтәмовтар йорто бөтә туғандарына, дуҫтарына, күршеләренә, таныштарына һәм яҡындарына асыҡ. Һәр кешене асыҡ йөҙ, ихласлыҡ менән ҡаршы ала. Мәҡәләм геройҙары тырыш, ауылдың иң татыу, талантлы ғаиләләренең береһе. Атингәндә бер байрам да уларҙың ҡатнашлығынан тыш үткәрелмәй. Бер һүҙ менән әйткәндә, был өлгөлө ғаилә ауыл тормошон йәнләндереп, унда шатлыҡ һәм мәғәнә таба. Фәрит Нәсибулла улы ауыл мәҙәниәт йортонда “Үҫәргәндәр” ир-егеттәр вокал  ансамблен ойоштороу башланғысында тора. Әле лә уның алыштырғыһыҙ аккомпаниаторы, баянсыһы. Ул талантлы һәм ижади кеше генә түгел, ә киң күңелле лә – тирә-яғындағы бөтә кешеләргә, бигерәк тә өлкән быуынға бик иғтибарлы. Ә Рәйсә Сәғиҙулла ҡыҙы "Ағинәйҙәр" ойошмаһының әүҙем ағзаһы. Ғаилә башлығы сығышы менән Әбеш ауылынан. Күп балалы ғаиләлә иң кесеһе булып донъяға килгән. 8-се класты тамамлағандан һуң, Сибай педагогия училищеһында уҡый. Ҡулына диплом алғас та йүнәлтмә буйынса Мишкә районына черчение уҡытыусыһы итеп ебәрәләр. Алты ай самаһы эшләп өлгөргән егеттең ҡулына повестка тапшыралар. Ике йыл дауамында Тымыҡ океан флотында хәрби бурысын үтәй. Тыуған ауылына ҡайтҡас, мәктәпкә эшкә урынлаша. Буласаҡ тормош иптәше менән 1978 йылда йәштәрҙең киске уйындарының береһендә таныша. Дуҫлашып бер йыл йөрөгәндән һуң йәштәр матур итеп ғаилә ҡороп, Әбеш ауылында йәшәйҙәр. Бер аҙҙан Ырымбур өлкәһенең Яңы Сембер ауылына күсәләр, унда дүрт йыл йәшәгәндән һуң, 1985 йылда Атингән ауылында төпләнәләр. Ғаилә башлығы мәктәптә черчение уҡытыусыһы, һуңынан ауыл мәҙәниәт йорто директоры булып эшләй.
«Бәхет – тыуған ереңдә йәшәү һәм эшләү», – ти Әхтәмовтар Рәйсә Сәғиҙулла ҡыҙы хәстәрлекле әсәй, бик яҡшы белгес, тоғро ҡатын, килгән ҡунаҡтар һәм туғандары өсөн иғтибарлы һәм ҡунаҡсыл хужабикә. Ул Ҙур Арыҫланғол ауылында һигеҙ балалы ғаиләлә донъяға килгән. Бәләкәй туғандарын ҡарашыу, әсәһенә өй эштәрендә ярҙамлашыу уның иңенә төшә. Башланғыс кластарҙы тыуған ауылында уҡый, артабан 10-сы класҡа тиклем Әбеш мәктәбендә белем ала. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлаған ҡыҙға артабан уҡырға форсат теймәй. Ул 17 йәшлек кенә сағынан һыйыр һауыу эшенә тотона. Көн дә таң һарыһынан эшенә ашыҡҡан егәрле һауынсы һәр саҡ алдынғылар рәтендә була, исеме колхоздың Почет таҡтаһынан төшмәй, маҡталып эшләй. Әле лә улар өйөндә мал-тыуар аҫрай.

Тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең 16-сы һанында уҡығыҙ

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас