Яңылыҡтар
22 Апрель 2025, 11:02

"Рух яҙыуы - 2025"

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «РУХ ЯҘЫУЫ - 2025» асыҡ район шиғриәт телевизион бәйгеһе үтте.

"Рух яҙыуы - 2025""Рух яҙыуы - 2025"
"Рух яҙыуы - 2025"

Быйыл бәйгелә бөтәһе 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Хәйбулла районынан тыш Республикабыҙҙың Йылайыр, Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ райондары, Туймазы, Ишебай, Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан көс һынашыусылар күп. Бигерәк тә Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Владивосток, Сочи, Надым ҡалаларынан, хатта Тажикистан республикаһы Дүшәмбе ҡалаһынан ҡатнашыусыларҙың булыуы ҡыуаныслы.
Бәйгенең төп маҡсаты булып халҡыбыҙҙың бай тарихына ҡыҙыҡһыныу, Бөйөк илебеҙ яҙмышы өсөн яуаплылыҡ, үткәне өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятыу, Ватанды һаҡлаусыларға ҡәҙер-хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү, илһөйәрлек, берҙәмлек, тоғролоҡ сифаттарын үҫтереү булып торҙо.
«РУХ ЯҘЫУЫ» бәйгеһенең финалына бөтәһе 20 кеше һайлап алынды. Үкенескә күрә 5 бәйгесе төрлө сәбәптәр арҡаһында финалда ҡатнаша алманы.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Гран-приға Иҫке Сибай ауылынан Нәйлә Моталапова лайыҡ булды.
3-сө урынға Аҡъяр ауылынан Ләйсән Йәнйегетова һәм Айгөл Мәмбәтова,
2-се урынға Аҡъяр ауылынан Ринат Таулыҡаев, Ейәнсура районынан Руслан Абдуллин, 1-се урынға Сиҙәм ауылынан Рәйлә Фәйзуллина лайыҡ булды.
Бәйгеһенең финалистары араһында интернет селтәрҙәрендә иғлан ителгән Тамашасы һөйөүе номинацияһында еңеүсе итеп Әбйәлил районынан Ғәзимә Вәлитова танылды.

"Рух яҙыуы - 2025"
"Рух яҙыуы - 2025"
"Рух яҙыуы - 2025"
"Рух яҙыуы - 2025"
"Рух яҙыуы - 2025"
"Рух яҙыуы - 2025"
"Рух яҙыуы - 2025"
"Рух яҙыуы - 2025"
"Рух яҙыуы - 2025"
"Рух яҙыуы - 2025"
"Рух яҙыуы - 2025"
"Рух яҙыуы - 2025"
"Рух яҙыуы - 2025"
"Рух яҙыуы - 2025"
"Рух яҙыуы - 2025"
"Рух яҙыуы - 2025"
Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас