

"Йәйғор " балалар баҡсаһы "Томбойок" кескәйҙәр төркөмө "Милли кейемдәрҙә халыҡ тарихы" күргәҙмәһенә сәйәхәт ҡылдылар.
Милли кейем һәр халыҡтың үҙенә генә тәғәйен, ҡабатланмаҫ асылын бирә. Унда халыҡтарҙың йәшәү рәүеше лә, изге йола-традициялары ла һаҡланған. Башҡорт халыҡының милли кейеменә күҙ һалғанда шуны күрергә була: ир -егеттәрҙең , ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли кейемдәре шундай матур, сағыу төҫтәрҙән, биҙәктәрҙән тора. Унда ир-егеттәр ҡаһарманлығы ла, ҡатын-ҡыҙҙар нәзәкәтлеге лә сағылған. Тимәк, балаларыбыҙҙың ихласлығын, рухын, күңелен үҫтереүсе ул -милли кейем!
Рәсилә Асҡарова, тәрбиәсе.