Яңылыҡтар
18 Апрель 2025, 03:53

Был хәлгә йөрәге түҙмәгән...

Пенсияһын ялған аҡса менән алып йөрөгән бабай үлеп ҡалған    

Был хәлгә йөрәге түҙмәгән...Был хәлгә йөрәге түҙмәгән...
Был хәлгә йөрәге түҙмәгән...

Пенсияһын ялған аҡса менән алып йөрөгән бабай үлеп ҡалған

Йыйған аҡсаһының ялған икәнлеген пенсионер коммуналь хеҙмәттәрен түләргә барғанда белә. 298 мең аҡсаһының 201 меңе ялған булып сыға! Әлбиттә, был уның һаулығына ныҡ кире тәьҫир итә. UTV-ға ейәне һөйләүенсә, ныҡ көйөп, олатаһының һул яҡ кәүҙәһен паралич һуға, дауаханаға һалалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәле ауырайып, кисә вафат булып ҡуйған.

Ялған аҡса нисек итеп пенсионерға барып эләккәне әлегә билдәһеҙ. Тик берҙе  ул пенсияһын килтергәндәрендә ғәҙәти булмаған банкноталарға иғтибар итә. Яңы аҡсалар, тип аңлата ул ваҡытта почта хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас