

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов талантлы остаздары менән бергә райондың иң һәләтле уҡыусылары менән осрашты. Улар бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабында, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала еңеүселәр һәм призерҙар.
-. Иң абруйлы бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашыуҙың һөҙөмтәһе йыл һайын арта. Әгәр 2024 йылда 10 призер булһа, быйыл 2 еңеүсе һәм 19 призер! Башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадала – былтыр 5 призер, быйыл 4 призер һәм 1 номинация лауреаты. Был ысынлап та яҡшы һөҙөмтә. Үҙ хеҙмәте менән был уҡыусылар беҙҙең районда бай интеллектуаль потенциал, ныҡлы белем базаһы булыуын иҫбатлай алды, - тине район мәғариф идаралығы методисы Зөлфиә Супанова.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы сәләмләп:
- Шәхсән минең өсөн был балалар менән осрашыу һәр саҡ тулҡынландырғыс. Улар йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан аҡыллы, эрудициялы. Еңеүҙәр уларға конкурентлыҡ мөхитендә ышаныс өҫтәй һәм артабанғы ҡаҙаныштарға этәргес бирә. Дөйөм алғанда, район мәғариф системаһының үҫеш динамикаһы яҡшы, еңеүселәр һаны йылдан-йыл арта һәм был, һис шикһеҙ, талантлы һәм көслө уҡытыусыларыбыҙҙың ҙур ҡаҙанышы. Һеҙгә һөҙөмтәле эштәрегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Уҡыусыларға иһә яңы үрҙәр һәм ҡаҙаныштар теләйем. Был еңеүҙәрегеҙ менән туҡтап ҡалмағыҙ, алдығыҙға яңы маҡсаттар ҡуйып, уға өлгәшергә ынтылығыҙ, аң-белемегеҙҙе арттырығыҙ. Һеҙҙең яҡын киләсәктә юғары белем алып, районға эшкә ҡайтыуығыҙҙы теләйем, - тип билдәләне Рөстәм Динислам улы.
Район мәғариф идаралығы начальнигы Айгөл Кәримова уҡыусыларҙы ҙур уңыштары менән ҡотлап үтте.
Осрашыу барышында уҡыусыларҙың район хакимиәте башлығына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар биреү, тәҡдимдәр индереү мөмкинлеге булды.