Ғаилә һәр кем өсөн иң ҡәҙерле, яҡын төшөнсә. Ер йөҙөндә кешелек яралғандан алып, ир һәм ҡатын бер бөтөн булып, үҙ ғаиләһен ҡороп йәшәй. Бәләкәй генә дәүләттең үҙ ҡанундары, ғөрөф-ғәҙәттәре була, һәр ғаилә бәхетле булыу өсөн тырыша.
Аҡъяр ауылында йәшәүсе Шамил һәм Гүзәл Томаншиндарҙың ғаилә бәхетенә күҙ генә теймәһен. Уңған, эшһөйәр йәштәр матур итеп донъя ҡорорға ла, биш балаға атай менән әсәй булырға ла өлгөргән. Улар быйыл «Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы ярҙамында йорт асҡыстарын алып ҡыуанды.
Шамил Тимербулат улы Быҙаулыҡ ауылында алты балалы ғаиләлә донъяға килгән. 9-сы кластан һуң Учалы сәнғәт училищеһына уҡырға инә. 2-се курстан һуң үҙенең төп һөнәре буйынса хореография бүлегендә белем алыуын дауам итә. Ҡулына диплом алғас та Нефтекама ҡалаһында яңы ғына асылған филармонияға эшкә урынлаша. Өс йыл эшләгәндән һуң әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Хәрби бурысын үтәп, тыуған ауылына ҡайтып бер аҙ совхозда эшләй, һуңынан мәктәптә бейеү түңәрәген алып бара. Өс йыл тирәһе эшләгәндән һуң, кире Нефтекама филармонияһына эшкә бара. Күп кенә ауыл-ҡалалар буйлап гастролдәрҙә йөрөргә тура килә уға. Хәйбулла районының Өфө ауылына концерт программаһы менән килгәндә буласаҡ тормош иптәше – Гүзәлде осрата һәм күп тә үтмәй йәштәр ғаилә ҡоралар.
мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 15-се һанында уҡығыҙ