Яңылыҡтар
14 Апрель 2025, 07:19

Яугир әсәйҙәренә – миҙалдар

-

Яугир әсәйҙәренә – миҙалдарЯугир әсәйҙәренә – миҙалдар
Яугир әсәйҙәренә – миҙалдар

Быйылғы  сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәрҙең әсәләренә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы  яугирҙарға ярҙам ойоштороусы ҡатын-ҡыҙҙарға айырыуса иғтибар бүленгән. Ил патриоттары тәрбиәләгән әсәләр Рәбиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалдары менән бүләкләнде. Улар араһында  беҙҙең райондан Рәсәй Геройы Никита Петровтың әсәһе Таисия Петрова һәм өс улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Фәниә Иҙелбаева ла бар.

Яңы Петровка ауылынан Таисия Петрова өс бала әсәһе. Оҙаҡ йылдар совхозда һауынсы, һуңынан крәҫтиән-фермер хужалығында ашнаҡсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Уның улы  Рәсәй  Геройы Никита Петров махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән  алғы һыҙыҡта һәм  хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. 

-Никита улым  ғаиләлә икенсе бала. Ул бәләкәйҙән тырыш булды һәм һәр эшкә яуаплы ҡараны.  Мәктәптә яҡшы уҡыны, өлкәндәрҙе хөрмәт итте, йорт эштәрендә һәр саҡ ярҙамлашты.  Әрме хеҙмәтен тултырғас та илгә тоғролоҡ һәм намыҫ ҡушыуы буйынса  контракт  буйынса үҙ хәрби часында хеҙмәт итергә ҡалды. Уның СВО зонаһында булыуын белгәс, бөтә әсәләр кеүек,  борсолдом.  Улымдың юғары награда менән бүләкләнеүен белгес,  уның өсөн ғорурландым.  Беҙҙе, яугир әсәйҙәрен,  иғтибарҙан ситтә ҡалдырмауҙары һәм  «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалы менән наградлауҙары өсөн рәхмәт белдерәм. Әле кемдәрҙең яҡындары  махсус хәрби операция зонаһында, уларға сабырлыҡ, ышаныс, өмөт теләйем. Һуғыш тиҙерәк тамамланып, улдарыбыҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын, - тигән теләктәрен еткерҙе Таисия Михайловна.

Степной ауылында йәшәүсе Фәниә Иҙелбаева биш улға ғүмер биргән. Фәниә апай ҡошсолоҡ фермаһында эшләй, совхозда һауынсы була, һуңғы йылдарҙа ашханала икмәк бешерә. Махсус хәрби операция башланғас, Фәниә апайҙың үҙ теләге менән өс улы контаркт төҙөй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Айнур  хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булды.  Әле Илдар һәм Руслан  махсус хәрби операция зонаһында.

  • Яугир әсәйҙәрен онотмауҙары һәм ҙурлауҙары өсөн рәхмәт белдерәм. Иң ҙур теләгем: һуғыш тиҙерәк бөтөп, барлыҡ уландар әсәйҙәре, ғаиләһе янына ҡайтһын, - ти Фәниә Иҙелбаева.

Ил патриоттары тәрбиәләгән мәҡәләм геройҙарына  наградалары менән ҡотлайбыҙ һәм улдарын ҡыуанып ҡаршы алыуҙарын теләйбеҙ.

 

 

 

 

 

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас