Яңылыҡтар
14 Апрель 2025, 09:47

Ғүмер юлын лайыҡлы үткән

Шәфиғә Рәхмәтова 90 йәшлек оло юбилейын билдәләне

Ғүмер юлын лайыҡлы үткәнҒүмер юлын лайыҡлы үткән
Ғүмер юлын лайыҡлы үткән

Бөйөк Ватан һуғышының тере шаһиттары сафы йылдан-йыл һирәгәйә, ә бала сағы ошо дәһшәтле йылдарға тура килгәндәр олоғая бара. Һүҙем һуғышы осоро балаһы, ауылдың хөрмәтле ағинәйе Шәфиғә Рәхмәтова тураһында булыр.
Мәҡәләм геройы 1935 йылдың февралендә Сәғит ауылында Шиһап һәм Разия Мәмбәтовтарҙың ғаиләһендә тәүге бала булып донъя килә. Атаһы фронтҡа китеп, яу ҡырынан әйләнеп ҡайтмай. Әсәһе йәшләй генә тол, Шәфиғә һәм бәләкәй ҡусты-һеңлеләре бала ғына көйө атайһыҙ тороп ҡала. Донъя көтөүҙә Шәфиғә әсәһенең уң ҡулы, ярҙамсыһы була.
Ауылдың ир-аттары фронтҡа китеп бөткәс, булған ҡара эш ҡарт-ҡоро һәм бала-саға иңенә ята.
–Әсәйебеҙ таң менән эшкә китер алдынан ҡаҙан төбөнә ыумас бешерә һалды. Беҙ көнө буйына шуны бүлешеп ашап тамаҡ туйҙырҙыҡ. Өй һыуып киткәндә мейескә һалам яҡтыҡ. Бәләкәй һеңлем ныҡ өшөгәс, йылыныу өсөн усаҡ янына бик яҡын килеп, осҡан осҡон арҡаһында уның кейемендә ут тоҡана. Аңғармаҫтан ул урамға йүгереп сығып, янып һәләк булды. Бер ҡустым балыҡҡа барып, фажиғәле рәүештә яҡты донъя менән хушлашты, – тип ауыр хәтирәләргә сумды Шәфиғә Шиһап ҡыҙы.
Иңенә төшкән ҡайғы-хәсрәттәргә ҡарамаҫтан, әсәйҙәре ҡалған балаларын аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп көс һала. Ә бер көндө әсәйҙәре алабутаны бер стакан онға болғап, һөт ҡушып, икмәк бешереп ашатып, үҙе эшкә китә. Ә балалар ағыуланып ауырый башлай, әсәләре эштән ҡайтҡас та уларға тиҙ генә ҡатыҡ эсереп ҡоҫтороп, шулай ҡотҡарып ҡала. Баҡтиһәң, алабута
Ғүмер юлын лайыҡлы үткән
Шәфиғә Рәхмәтова 90 йәшлек оло юбилейын билдәләнеараһында ағыулы тилберәндең дә орлоғо булған. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа тормоштары еңелдән булмай. Һыйыр, үгеҙ егеп, һабан менән ерҙе һөргәндәр.
–Малдарға ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләү өсөн салғы менән бесән сабып, уны фермаға ташый инек. Шул ваҡытта аяҡ кейеме лә, йүнле өҫ кейеме лә булманы, – тип һүҙен дауам итте Шәфиғә Шиһап ҡыҙы.
Ул һуғыштан һуң Баймырҙа Ҡотлоғәфәр улы Рәхмәтовҡа кейәүгә сыға. Йәш ғаилә бер-бер артлы балалары донъяға килә. Балалары бер-береһен ҡарашып, эшһөйәр булып үҫәләр. Шул осорҙа аяҡ менән балсыҡ баҫып, саман һуғып, йорт, кәртә төҙөйҙәр. Тормош иптәше бик иртә вафат була, Шәфиғә Рәхмәтова йәшләй генә тол ҡала. Бәхетенә күрә, заманында гөрләп торған совхозда эше лә, ашы ла була. Иген келәтендә эшләй, һыйыр ҙа һауа, йәйгеһен һарыҡ ҡырҡырға ла йөрөй. Уңған ҡатын һәр ерҙә лә алдынғы була. Намыҫлы хеҙмәте бихисап Почет грамоталары менән билдәләнә. Тормош һынауҙарын еңеп, донъяһын матур көтөп, мал-тыуар аҫрап, балаларына белем алырға ярҙам итеп, үҙ аллы тормошҡа баҫтыра, ейән-ейәнсәрҙәрен дә ҡараша.
–Яңғыҙ булһам да ғүмер буйы мул һәм етеш йәшәнек. Күрше-күлән менән ҡатышып, татыу булдыҡ, – тип иҫкә алды ағинәй.
Бөгөн Шәфиғә инәй ейәнсәре Гөлназ һәм кейәүе Морат менән Гай ҡалаһында бергә донъя көтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер балалары был яҡты донъяла юҡ, бик иртә вафат булалар. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Шәфиғә Шиһап ҡыҙы ҡул ҡаушырып ултырмай, ҡулынан килгәнсе өй эштәрендә ярҙамлашырға тырыша.
90 йыл эсендә күргән-кисергәндәре, шул дәүерҙәге хәл-ваҡиғалар әле лә уның хәтерендә, улар тураһында китап яҙырлыҡ. Ғүмер юлын лайыҡлы үткән ағинәй бөгөн бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Хоҙай уны һаулыҡтан айырмаһын.

Фатима Ҡоҙабаева.
Аҡъяр ауылы.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас