

Махсус хәрби операция ветерандарын Рәсәй социаль фонды линияһы буйынса ярҙам саралары менән таныштырыу осрашыуҙың төп маҡсаттарының береһе булды. Фондтың Хәйбулла районында клиент хеҙмәте етәксеһе Мөхәмәт Рәхмәтуллин социаль реабилитация, дарыуҙар менән тәьмин итеү, психологик ярҙам, техник реабилитация сараларын алыу, шифахана-курорт дауалауын үҙ эсенә алған тейешле ярҙамды алыуҙа булышлыҡ күрһәтеү тураһында мәғлүмәт еткерҙе.
Халыҡ мәшғүллеге үҙәге вәкиле Неля Бикҡолова социализация мөмкинлектәре, эшкә урынлашыу, квалификацияны күтәреү, уҡыу сертификаттарына эйә булыу кеүек ярҙам формалары хаҡында һөйләне. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова хәрбиҙәрҙең төрлө патриотик сараларҙа ҡатнашыуының мөһимлеген, реабилитация осоронда ла тыуған яҡтарына ҡайтҡан яугирҙарға ярҙам күрһәтеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Шулай уҡ төп ярҙам формаларының береһе – яугирҙарҙың һаулығына иғтибарҙы йүнәлтеү. Бының тураһында һәм диспансерлаштырыу үтеү хаҡында Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы вәкиле Наталья Рыбакова таныштырҙы.
Дөйөм алғанда, осрашыу түңәрәк өҫтәл формаһында үтте, яугирҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе һәм кәрәкле яуаптар алды. Осрашыу аҙағында ҡатнашыусылар ошондай сараларҙың мөһимлеген һәм төрлө ведомстволарҙың үҙ-ара
тығыҙ эш итеү кәрәклеген билдәләне.