Атайыбыҙ Мәүлетдин Шәйхетдин улы Иҫәнбаев 1916 йылда Хәйбулла районының юҡҡа сыҡҡан ауылдарының береһе Ишмөхәмәттә донъяға килгән. Йәше еткәс, Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәргә юллана. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, йәнә хәрби хеҙмәткә саҡырылып, уға фин һуғышында ҡатнашырға тура килә. Оҙаҡламай Бөйөк Ватан һуғышы ла башлана. 1941 йылдың 22 июлендә Мәүлетдин Шәйхетдин улы йәнә ҡулына ҡорал алып, ил һағына баҫа. 1943 йылдың 15 июлендә хәрби частан өйөнә ҡыҙылармеец Мәүлетдин Иҫәнбаев шул уҡ йылдың ғинуарында хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡағыҙ килә. Шөкөр, атайыбыҙ был алышта иҫән ҡалған, әммә 1943 йылдың 27 сентябрендә ҡаты алыштарҙың береһендә ауыр йәрәхәттәр алған. Ҡырым ярымутрауында Перекоп өсөн алыштарҙа ла ҡатнаша ул. 8-се уҡсылар ротаһының отделение менән командалыҡ иткәндә, ул Бромзавод тирәһендә дошмандың траншеяһына үтеп инеп, 7 гитлерсыны юҡ иткән. Күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн 1944 йылдың 25 апрелендә кесе сержант Иҫәнбаев «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградлана. 1945 йыл Еңеү менән тыуған ауылына ҡайта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ваҡытҡа ҡарай, тормош иптәше вафат булған, уны ҡыҙы ғына ҡаршы ала. Йәнә өйләнеп, тағы дүрт балаға ғүмер бүләк итә. Мәүлетдин Шәйхетдин улы колхоз рәйесе булып эшләй. Эшен яратып башҡара, халыҡ та уны ихтирам итә. Ә бит һуғыштан һуң да еңел булмай, ауылда эшсе ҡулдар етмәй, шуға ҡарамаҫтан хужалыҡ әкренләп үҫешә барған. Ләкин һуғыш яралары уға оҙаҡ йәшәргә насип иттермәй, биш балаһын – ҡыҙҙары Фәниә, Рәшиҙә, Мәрзиә, улдары Мөхтәр, Вәкилде ҡалдырып, 40 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә. Атайбыҙҙы, уның ил алдында күрһәткән батырлыҡтарын онотмайбыҙ, һәр ваҡыт хәтергә алып, аяттар уҡытып торабыҙ.