Балалар «китапхана», «китап фонды», «китап уҡыусы формуляры», «уҡыу залы» кеүек һүҙҙәрҙең мәғәнәһен белделәр. Шулай уҡ китапты нисек ҡулланыу ҡағиҙәләре менән дә таныштылар. Китапханасылар әҙерләгән ҡыҙыҡлы уйында әүҙем ҡатнаштылар. «Милли кейемдәр» китаптар күргәҙмәһе кескәйҙәргә айырыуса оҡшаны.
Был сараның төп маҡсаты булып китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү ине. Балалар китапхананан ҙур тәьҫораттар алып ҡайтты.
Аҡъяр ауылы «Бәпембә» балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы Жуламанова Нәжиә Йомағужа ҡыҙы.