Яңылыҡтар
14 Апрель 2025, 15:57

Ике малай машина урлауҙа ғәйепләнә

Улар салон эсендә асҡыс табып ала 

Ике малай машина урлауҙа ғәйепләнәИке малай машина урлауҙа ғәйепләнә
Ике малай машина урлауҙа ғәйепләнә

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың Благовещен районында бәлиғ булмаған бурҙарҙы ҡулға алған.

Был осраҡ тураһында полицияға 25 йәшлек ир хәбәр итә, ул «ВАЗ-2114» автомобилен Түбәнге Иҙәк ауылындағы дача участкаһында ҡалдыра. Өйҙән сыҡҡас, зыян күреүсе үҙенең машинаһын таба алмай һәм ярҙам һорап полицияға мөрәжәғәт итергә ашыға. Тәртип һаҡсылары урланған автомобилде Юбилей урамындағы парковкала оператив рәүештә таба, әммә машинала бер кем дә булмай. Тиҙҙән ғәйепләнеүселәрҙең шәхестәрен асыҡлау мөмкин була. Улар ике бәлиғ булмаған урындағы малайҙар булып сыға. Руль артында 15 йәшлек үҫмер, ә пассажир ултырғысында уның 14 йәшлек иптәше була. Улар енәйәтте таный.

Машина урлау факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

фото:ГАИ РБ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас