Яңылыҡтар
14 Апрель 2025, 09:50

Хеҙмәттә сыныҡҡан быуын

-

Хеҙмәттә сыныҡҡан быуынХеҙмәттә сыныҡҡан быуын
Хеҙмәттә сыныҡҡан быуын

Аҡъяр ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Фәрзәнә Зөлҡәрнәеваның да бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә.  Башҡа тиҫтерҙәре кеүек ул да үҙ иңендә замана ауырлыҡтарын татый.

Фәрзәнә Зәйнулла ҡыҙы 1936 йылдың 25 февралендә Аҡъяр ауылында  ишле ғаиләлә донъяға килә. Ауыр заман булһа ла атаһы Зәйнулла һәм әсәһе Мәлихә 10 балаһын тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыра. Өҫтәүенә бер туған ҡустыһының улы Дамир һәм ҡыҙы Хәлимәне лә үҙ ҡанаты аҫтына алып ҡарағандар. Зәйнулла Юлдашбаевтың Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы йылдар яҙмышында тәрән эҙ ҡалдырған. Уны ғаиләһен аҫрау өсөн алған бер ус бойҙай өсөн ҡулға алып, 3 йылға төрмәгә ябалар, ул замандарҙа закон бик ҡаты булған шул. Ғаилә башлығы шулай тормош ауырлыҡтарын еңеп, балаларын аяҡҡа баҫтыра.

  • Һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа кисергән ҡыйынлыҡтарҙы хәтергә төшөрөп, һуғыш осоро балаларын йәлләтеү өсөн иҫкә алмайым, улар быға мохтаж түгел. Тик күңел төпкөлөндә ҡалған әрнеүҙәр, үкенеүҙәр, хатта ҡайһы бер ғәҙелһеҙлектәр күңел тыныслығы бирмәй.

Уҙған быуаттың 50-се йылдарынан һуң ғына аяғыбыҙға ныҡ баҫып, алға китеш булды. Үҙешмәкәр сәнғәттең гөрләп сәскә атыуы тап ошо осорға тура килде. Бер-бер артлы пьесалар сәхнәләштереп, концерттар ҡуйып, уларҙы ауылдар буйлап күрһәтә инек, - тип әңгәмәне башланы Фәрзәнә апай.

Фәрзәнә Зәйнулла ҡыҙы 50-се йылдарҙа осраҡлы рәүештә район типографияһына ҡулдан хәреф йыйыусы булып эшкә килә. Һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итә ул. Хаҡлы ялға сыҡҡас та бер нисә йыл эшен дауам итә.

  • Ул саҡта район типографияһы Аҡъяр ауылының элекке Совет, хәҙерге Муса Гәрәев урамында  кинотеатр ҡаршыһында иҫке генә бинала урынлашҡан ине. Ул ваҡыттарҙа халыҡ кинотеатрға көн дә йөрөнө. Бигерәк тә һинд киноларын яратып ҡарай инек. Шулай бер мәлдә ҡыҙҙар менән киноға барғанда типографияға эшсе талап ителеүе тураһында әйттеләр. Ул саҡта мин 8-се класты тамамлап, “Сталин” колхозына утауҙа, кискеһен ырҙын табағында, һарыҡ ҡырҡырға ярҙамлаша инек. Шулай итеп типографияла хеҙмәт юлын башланым. Ауыр һәм зарарлы эш, бина һыуыҡ, мейес яғып йылытылды, шулай ҙа бирешмәнек, тырышып эшләнек. Ҡул менән хәреф йыйыусы булып эшләү осоронда ҡыйынлыҡтар етәрлек булды. Йә электр уты булмай, йә тағы ла нимәлер ҡамасаулай, әммә гәзит ваҡытында сыҡты. Төндәр буйы эшләп, таңға тиклем һуҙыла ине.  Күптәр эшкә килеп, эш ауырылығына сыҙамай китеп торҙо, тик әрһеҙҙәр, түҙемлеләр генә ҡалды. 1973 йылда хәҙерге редакция, типография бинаһына күстек. Техникаларҙың торошо яҡшырҙы, яңы ҡорамалдар алынды, хеҙмәт шарттары үҙгәрҙе, - тип хеҙмәт йылдары хаҡында хәтер йомғағын һүтте Фәрзәнә Зөлҡәрнәева.

Фәрзәнә Зәйнулла ҡыҙы хеҙмәт юлын бер урында ғына үтә. Ул намыҫлы хеҙмәт өсөн йыл һайын наградалар ала,  “РСФСР-ҙың матбуғат отличнигы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Тормош иптәше Янсаф Рамаҙан улы менән 52 йыл татыу ғүмер кисерәләр. Ҙур йорт төҙөп инәләр. Нәйлә, Лилиә, Гөлназ исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр. Үкенескә күрә, улдарының ғүмере ҡыҫҡа була. Бөгөн балаларының барыһы ла үҙ ғаиләләре менән матур донъя көтәләр.

-Ейән-ейәнсәрҙәрем һәм бүлә-бүләсәрҙәрем һәр саҡ килеп хәлемде белешеп, ҡыуандырып ҡына торалар, - ти Фәрзәнә апай.

Әлеге мәлдә мәҡәләм геройы балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре араһында бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Уға оҙон ғүмер, һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас