Яңылыҡтар
11 Апрель 2025, 03:56

Был 10 минут ете йылға ғүмерҙе оҙайта

Тәүлектәге билдәле ике сәғәт арауыҡта йөрәкте нығытырға була. Тимәк, ғүмерҙе лә оҙонайтабыҙ. Шул ваҡытты йоҡлап үткәрмәгеҙ.

Был 10 минут ете йылға ғүмерҙе оҙайтаБыл 10 минут ете йылға ғүмерҙе оҙайта
Был 10 минут ете йылға ғүмерҙе оҙайта

Табип-кардиологтар әйтеүенсә, иртәнге сәғәт 5:30 - 7:30-ҙа йөрәк һауыҡтырыу күнекмәләренә айырыуса һиҙгер була. Шул мәлдә 10 минут сәләмәтлек процедураларына ваҡыт бүлеү ғүмерҙе уртаса ете йылға оҙайта икән. 

Был сәғәттәрҙә организм әүҙемләшә, йөрәкте көндөҙгө көсөргәнешкә әҙерләгән кортизол гормоны күбәйә, ҡан яҡшы йөрөй башлай. Ә төрлө шлактар, токсин матдәләр сығырға әҙер.

Ошо ике сәғәт эсендә ваҡыт табып, 10 минут күнекмәләр яһар кәрәк:

  Тәрән итеп тын алығыҙ 4-7-8 (дүртте һанағансы һулыш алығыҙ, етегә тиклем һанағансы тынды эсегеҙҙә тотоп тороғоҙ, һигеҙ тигәндә уны сығарығыҙ) – шулай йөрәк кислородҡа байый.
  Еңелсә күнекмә – урында 20 тапҡыр атлағыҙ, 10 тапҡыр ҡулығыҙ менән түңәрәк яһар хәрәкәттәр яһағыҙ, еңелсә эйелеп-бөгөлөгөҙ.
  Контраст һыу – һыуҙы һәм йылы һыуҙы сиратлаштырып йыуынығыҙ. Был капиллярҙарҙы нығыта.
  Семтем куркума һәм имбир һалынған бер стакан йылы һыу эсегеҙ – был микроциркуляцияны яҡшырта.
  Ҡолаҡ япраҡтарындағы әүҙем нөктәләргә массаж яһау – был ҡан йөрөшөн яҡшырта.

Автор:
Читайте нас