Яңылыҡтар
9 Апрель 2025, 12:05

"Ватанды Һаҡлаусылар" фондында махсус хәрби операция ветерандары менән осрашыу

-

"Ватанды Һаҡлаусылар" фондында махсус хәрби операция ветерандары менән осрашыу"Ватанды Һаҡлаусылар" фондында махсус хәрби операция ветерандары менән осрашыу
"Ватанды Һаҡлаусылар" фондында махсус хәрби операция ветерандары менән осрашыу

"Ватанды Һаҡлаусылар" фондының Хәйбулла филиалында махсус хәрби операция ветерандары менән осрашыу ойошторолдо.
Уның эшендә Район хакимиәте, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы, Рәсәй социаль фонды, халыҡ мәшғүллеге үҙәге вәкилдәре ҡатнашты. Был осрашыуҙың төп бурысы - махсус хәрби операция ветерандарын һәм инвалидтарын Рәсәй социаль фонды линияһы буйынса ярҙам саралары менән таныштырыу. Шулай уҡ халыҡ мәшғүллеге үҙәге йүнәлеше буйынса социализация мөмкинлектәре тураһында һөйләнеләр, унда эшкә урынлашыу, квалификацияны күтәреү, уҡыу сертификаттарына эйә булыу кеүек ярҙам формалары инә. Муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова хәрбиҙәрҙең төрлө патриотик сараларҙа ҡатнашыуының мөһимлеген, реабилитация осоронда ла тыуған яҡтарына ҡайтҡан яугирҙарға ярҙам күрһәтеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ төп ярҙам формаларының береһе булып яугирҙарҙың һаулығына иғтибар итеү тора. Диспансеризация үтеү тураһында тәҡдимдәр менән Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәре таныштырҙы.
Дөйөм алғанда, осрашыу түңәрәк өҫтәл формаһында үтте, яугирҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе һәм кәрәкле яуаптар алды. Осрашыу аҙағында ҡатнашыусылар ошондай сараларҙың мөһимлеген һәм төрлө ведомстволарҙың үҙ-ара тығыҙ эш итеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас