Мутлашыусылар Өфө студентын уларға 400 мең һум күсерергә күндергән. Ҡыҙға бер нисә көн буйы шылтыратҡандар.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, студент ҡыҙға билдәһеҙ номерҙан шылтыратыу килгән. Ул үҙен «һалым хеҙмәте хеҙмәткәре» тип таныштыра һәм рәсми рәүештә эшкә урынлашҡанмы, кем һалым күсереүен һорашып һәм уны консультацияға яҙҙырта. Телефонға дүрт һанлы кодлы хәбәр килгәс, уны студент ҡыҙ таныш булмаған кешегә хәбәр иткән. Артабан мутлашыусы шәхси мәғлүмәттәрҙе - паспорт, ИНН һәм СНИЛС номерҙарын һораша. Әммә был мәлдә бәйләнеш өҙөлә.
Артабан ҡыҙға электрон почтаға йәнәһе «Дәүләт хеҙмәттәре»нән белдереү килә, унда уның шәхси кабинетына билдәһеҙ кешенең инеүе тураһында хәбәр ителә һәм бәйләнеш өсөн телефон күрһәтелә. Өфө ҡыҙы ошо телефон аша шылтыратырға ҡарар иттә. Үҙен «Дәүләт хеҙмәттәре» порталының техник ярҙам хеҙмәткәре тип танытҡан кеше хәбәрҙә яҙылған мәғлүмәтте раҫлай. Шунан һуң ҡыҙ менән ялған «Дәүләт хеҙмәттәре» һәм банк хеҙмәткәрҙәре бәйләнешкә сыға. Улар финанс учреждениеларына һәм полицияға мөрәжәғәт итеүҙең мәғәнәһе юҡ тип раҫлай. Шуға күрә уға шәхси тупланмаларҙы «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә кәрәк, һәм мутлашыусылар кредитҡа ғариза ебәрергә өлгөргән, тип иҫкәртәләр. Студент ҡыҙы, таныш булмаған кешеләргә ышанып, дуҫынан аҡса ала һәм күрһәтелгән иҫәпкә 400 мең һум күсерә.
Енәйәтселәр бының менән генә туҡтап ҡалмай, кредит тураһында тағы ла хәбәр итә. Улар яңы кредит алырға кәрәклеген әйткән. Был тураһында ҡыҙ танышына һөйләгән, ул уға уны мутлашыусылар алдағанын аңлатҡан, тип хәбәр иттеләр РФ Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.