Яңылыҡтар
9 Апрель 2025, 12:09

Беренсе ярҙам күрһәтеү

Аҡъяр район мәҙәниәт йортонда халыҡты беренсе ярҙам күрһәтеү алымдарына өйрәтеү үтте

Беренсе ярҙам күрһәтеүБеренсе ярҙам күрһәтеү
Беренсе ярҙам күрһәтеү

Беренсе ярҙам-бәхетһеҙ осраҡтарҙа ашығыс ярҙам саралары, улар зыян күреүсенең һаулығында хәл иткес роль уйнай.

Халыҡты санитар оборонаға әҙерләү буйынса бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Аҡъяр район мәҙәниәт йортонда беренсе ярҙам алымдарына уҡытыу үткәрелде.

Бында ҡан ағыуҙы туҡтатыу, жгуттар һәм теркәү бинттәре һалыу, яраларҙы эшкәртеү, йөрәк-үпкә реанимацияһы, тын юлдарында сит есемдәр торғанда ярҙам итеү кеүек темалар ҡаралды. Теоретик һәм практик өлөштәрҙе Сибай медицина колледжы студенттары күрһәтте.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас