Башҡортостандың Һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың ғаиләһендә ҙур ҡайғы. Билдәле башҡарыусы социаль селтәрҙә әсәһе Бибинур Ғәлимовнаның вафат булыуы тураһында хәбәр менән уртаҡлашты."Хуш, тыныс йоҡла, әсәй", — тип яҙа артист үҙенең сәхифәһендә. Бибинур Ғәлим ҡыҙы үҙенең ғүмерен ауыл мәктәбендә эшләүгә бағышлай. Тормош иптәше Миңлеғәни Бәхтиғәни улы менән ике бала тәрбиәләйҙәр.