Күп йылдар, 1 апрелдә берәүгә лә ышанма, тигән әйтем йөрөй. Сөнки был Көлкө көнөндә бер-береңде шаяртыу, еңелсә алдау ғәҙәткә ингән. Ә хәҙер кешене алдауҙа заманса технологияларҙы ла ҡулланалар. Был көтөлмәгән һөҙөмтәләргә алып килә...
Бына кисә лә интернетта социаль селтәрҙәрҙә, мессенджерҙарҙа шаярыу ҡатыш "Һаҡ булығыҙ: ошо кеше тауыҡ урлай" тигән һылтанма таралды. Ошо һылтанмаға төртһәң, һинең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәң асыла. Тимәк, тауыҡты урлаусы ла һин килеп сығаһың.
Әммә был шаяртыуҙың асылы шунда: кем төртһә, шуның сәхифәһе асыла. Башҡа берәү үҙенең телефонынан һылтанма аша уҙып, һинең сәхифәңде асмай. Һәр кемгә үҙенең сәхифәһе күренә.
Быны аңламаған кешеләр ҙә күп булды. Һәм шул арҡала аңлашмаусылыҡ, талаш-тартыш та барлыҡҡа килде. Һөҙөмтәлә тәгәрәп йөрөп көлөрлөк асыулы яуап тауыш-смстары таралды.
Мәҫәлән, "Сәғирә, ҡайтһаң, ауыҙыңды йырам. Мин тауыҡ урларға ни, үҙемдең тауыҡтарымды төлкө ашап бөттө", "Һаҡ булығыҙ, ошо тауыҡ урлай, тигәнде асып ҡараһам, минең Контакт тора. Ни өсөн мине бөтә донъяға фаш итергә, оят та инде, хәҙер мине бөтә ауылдаштар ҡарай, тикшерә. Үҙеңде йә иреңде ҡуйырға кәрәк ине", "Һаумыһығыҙ. Посты асып ҡараһам, минең сәхифә икән. Кем һалған ул? Ни эшләп мине тауыҡ урлай тип һалғанһың? Был бит судебное дело. Хәҙер төбөнә төшәм бит уның, оятһыҙ", "Миңзәлә, үпкәләһәң үпкәлә, мине ал әле, атыу мине тауыҡ урлай тип бер чатҡа һалғандар. Тиҙ генә ал. Ни эшләп минең менән булаһығыҙ ул? Хәҙер бөтә район тула, оят та инде. Инде икенсе чатта торам. Асып ебәрһәм, мин", "Фәнил, һинең тауығыңды урланыммы ни мин? Үҙең урлағаныңды миңә япһарып ни", "Мыҫҡыл итеп ятма төн уртаһында. Һуң булған... Хәҙер мин һине заявить итәм", "Тауыҡ буры һин ул бына!" һәм башҡалар...
Бер кемдең дә бур булғыһы килмәй, әлбиттә. Шул сәбәпле күп ауыл чаттарында талаш-тартыш китеүе аңлашыла. Төркөмдәрҙең администраторҙарына күп тапҡыр ошондай хәлдән сығыу юлын табырға тура килде. Ауылдарҙа хатта кемгәлер шылтыратып, өйөнә мөнәсәбәт асыҡларға ла барып йөрөгәндәр.
Шаяртыу булды был. Бөтәһен дә алдаҡсы көнгә япһарайыҡ та башҡаса араларҙы боҙмайыҡ, ватандаштар. Үтеп киткән Көлкө көнө менән барығыҙҙы ла! Һарайҙағы тауыҡтарығыҙ теүәлдер, моғайын.
Фәрзәт Ҡаһарманов фотоһы.