Өфө ауылы тырыш, эшсән, егәрле кешеләре менән дан тота. Шуларҙың береһе Мәхмүтйән Рәмов республика ауыл хужалығы производствоһындағы юғары ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн ордены менән районда тәүгеләрҙән булып наградлана. Хеҙмәт ветеранының трактор штурвалы артындағы дөйөм стажы – 40 йылдан ашыу.
Мәхмүтйән Ғәлимйән улы Йылайыр районы Сәләх ауылында донъяға килгән. Яҙмыш уның ғаиләһен башта Сибай ҡалаһына, һуңынан, 1967 йылда Өфө ауылына алып китә. Ауыл мәктәбендә 8-се класты тамамлағандан һуң, Юлдыбай һөнәрселек училищеһында белем ала. 1970 йылдан йәш механизатор хеҙмәт юлын «Матрай» совхозының үҙәк бүлексәһендә башлай. Техник белемен камилаштырыу маҡсатында тағы ике тапҡыр Юлдыбай һөнәрселек училищеһында махсус курстарҙа уҡый һәм ҡеүәтле К-700 тракторын, комбайн, автомашина йөрөтөүгә таныҡлыҡтар ала. Мәҡәләм геройы эшләгән техникалар һәм баҫыу-сәсеүлектәр уның өсөн, әйтерһең дә, икенсе йорт була. Бер нисә йыл рәттән Мәхмүтйән Ғәлимйән улы силос культуралары үҫтергән кукурузсылар бригадаһын етәкләй. Сәсеү, сәсеүлектәрҙе ҡарау, йыйыу һәм силос әҙерләү эшенә баш-көллө күмелә. Ҡышҡылыҡҡа һутлы мал аҙығы әҙерләп, бригада шул йылдарҙа хужалыҡта малсылыҡ тармағы үҫешенә ҙур өлөш индерә.
–Шул осорҙа кукуруз яҡшы уңыш бирҙе, силос күп булды, шунлыҡтан урып-йыйыу эштәре һыуыҡ төшкәнгә тиклем дауам итте, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты механизатор.
1992 йылда Мәхмүтйән Рәмовҡа өр-яңы МТЗ тракторын ышанып тапшыралар. Шунан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы ул ошо “ҡорос аты”нда ең һыҙғанып эшләй. Иген һәм майлы культураларҙы сәсә, бесән саба һәм йыя. Ул ҡышҡы осорҙа ла фермала мал аҙығы ташыуҙа алыштырғыһыҙ тракторсы була. Бына шулай йылдар әйләнәһенә эш артынан эш үтә. Техниканы биш бармағы кеүек белгән тәжрибәле механизаторҙың хеҙмәтен ошо хужалыҡта эшләгән йылдарында алған
наградалары буйынса баһаларға мөмкин.
Тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең 12-се һанында уҡығыҙ