Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
2 Апрель , 09:40

Йылы кейемдәрегеҙҙе төпкә тыҡмай тороғоҙ

Ҡар яуа әле...

Йылы кейемдәрегеҙҙе төпкә тыҡмай тороғоҙ
Йылы кейемдәрегеҙҙе төпкә тыҡмай тороғоҙ

Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, 2 апрель төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын, айырым райондарҙа көслө. Һауа температураһы төндә +5, урыны менән -5 градус, көндөҙ +14...+19 градус йылы.

3 апрель ямғыр яуыуы күҙаллана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан киҫкен. Төндә +2...+7 градус, көндөҙ +14 градусҡаса етә.

4 апрель төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Ел көнбайыштан, төньяҡ- көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -2...+3, көндөҙ +5...+10 градус.

Ләйсән Үтәғолова фотоһы.

Автор:
Читайте нас: