Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
2 Апрель , 11:30

Ете бала – ете шатлыҡ

Степнойҙан Ҡоҙашевтарҙың татыу ғаиләһе күптәргә үрнәк

Ете бала – ете шатлыҡ
Ете бала – ете шатлыҡ

Ете бала... Ете төрлө холоҡ, ете төрлө хыял, ете маҡсат... Ете балаға етерлек наҙ, мөхәббәт менән тулған ата-әсә йөрәге. Ысын һөйөү булған ғаиләләрҙә генә шундай итәғәтле, изге күңелле балалар үҫәлер.

Эйе, күмәк бала үҫтегән матур ғаиләләр –йәмғиәтебеҙҙең ныҡлы нигеҙе. Тап уларға илебеҙ таяна. Степной ауылында йәшәүсе Альбина һәм Йәмил Ҡоҙашевтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһе был яҡлап күптәргә өлгө булып тора. Улар ете бала тәрбиәләйҙәр. Йәмил Абдулла улы Йылайыр районы Һабыр ауылында тыуып үҫкән. 11-се класты тамамлағандан һуң, әрме сафына алына. Ҡаҙағстандың Байконур космодромында хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Хәйбулла районы хакимиәтенә һаҡсы булып эшкә урынлаша, ә 2006 йылдан әлеге көнгә тиклем район мәғариф идаралығында эшләй. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалын тамамлай. Тормош иптәше Альбина Мөхәмәтдин ҡыҙы менән Степной ауылының бейеү ансамблендә танышалар. Ауыл йәштәре менән концерттар ҡуйып, бер пар булып бейеп йөрөйҙәр. Улар йыш ҡына район кимәлендәге мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Күпмелер ваҡыттан һуң бейеү сәнғәтенә һөйөү уларҙың сәстәрен сәскә бәйләй. Хәҙер ишле ғаиләлә ете бала – дүрт ул һәм өс ҡыҙ үҫеп килә. Альбина Мөхәмәтдин ҡыҙы – Степной ауылынан. Мәктәп йылдарынан һуң, Аҡъяр һөнәрселек училищеһында белем ала. Хеҙмәт юлын «Һаҡмар» шифаханаһында башлай. Кейәүгә сыҡҡас, «Степной» совхозында һауынсы була. 2006 йылдан Степной ауылы балалар баҡсаһында эшләй. Ситтән тороп Магнитогорск педагогия университетының мәктәпкәсә белем биреү факультетын тамамлай.

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 8-се һанында уҡығыҙ

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас: