Ауыҙ астырыу йәки ифтар ҡылдырыу изге ғәмәлдәрҙән һанала. Хәҙистәрҙә түбәндәгеләрҙе эшләргә ҡушыла: «Рамаҙан айында ураҙа тотоусынан ауыҙ астырыусыға Аллаһы Тәғәлә сират күперен үтеүҙе еңеләйтер». Ошоларҙы иҫтә тотоп, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың ғаиләләрен саҡырып, «Тыуған тыл Хәйбулла» ирекмәндәре “Йәмиғ” мәсетендә ифтар ашы ойошторҙо. Ил-йорт тыныслығы, именлек өсөн доға ҡылып, күрше ауылдарҙан да ифтарға килеүҙәре ҡыуаныслы.
Волонтерҙархәрәкәтеактивистарырайонхалҡыменән берлектә ҡунаҡтар өсөн матур табын әҙерләгән.
Был сара яугирҙарҙың ҡатындарын, ата-әсәләрен, туғандарын бергә йыйып, һөйләшеп, тыныс күк йөҙө, тыныс тормош өсөн доға ҡылыу маҡсатында ойошторолған.
-Беҙҙең хәрәкәт, башҡа ирекмәндәр төркөмдәре кеүек үк, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам йыйыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Район халҡы ҙур ярҙам күрһәтә, яугирҙарҙың заявкалары буйынса акцияларҙан, сараларҙан ситтә ҡалмай, бының өсөн уларға ҙур рәхмәт, башлаған һәр эшебеҙ, тотҡан ураҙаларыбыҙ Аллаһы Тәғәлә ризалығы менән ҡабул булһын. Бөтәбеҙгә лә ғаилә именлеге, шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, эштәребеҙҙә яңынан-яңы уңыш-ҡаҙаныштар насип булһын, яуҙа йөрөгән ир-егәттәр имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар,- тинеләр ирекмәндәр.