Ивановка ауылында быйылғы яҙғы сәсеү эштәрен үткәреү буйынса агросеминар үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, уның беренсе урынбаҫары Илмир Ҡотоев, Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек һәм мал аҙығы етештереү бүлеге начальнигы Азат Мөхәмәтшин, район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге, мәғлүмәт-консультация үҙәге етәкселәре һәм белгестәре, Хәйбулла районы буйынса “Росельхозцентр” вәкилдәре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары һәм башҡалар ҡатнашты. Семинарҙа яҙғы баҫыу эштәрендә техниканың әҙерлегенә, орлоҡ материалының булыу-булмауына һәм сифатына, агрохимик тикшереүҙәр үткәреү үҙенсәлектәренә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды.