👨👧👦 Башҡортостанда атайҙар «Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсында ҡатнаша ала.
Ғаризалар 2025 йылдың 30 апреленә тиклем ҡабул ителә. Ҡатнашырға теләгәндәр, һылтанма буйынса инеп, анкета-ғариза тултырырға тейеш: vk.cc/cJVZ04.
✅ Конкурс ғаризаларын баһалағанда атайҙарҙың түбәндәге сифаттары иҫәпкә алына:
- балалар тәрбиәләүгә индергән өлөшө;
- йәмәғәт эшмәкәрлегенә, ирекмән булараҡ йәмғиәткә индергән өлөшө, һөнәри, хеҙмәт ҡаҙаныштары;
- ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүгә индергән өлөшө.
Лауреаттар 2025 йылдың июлендә бүләкләнәсәк.
➡ Конкурс положениеһында тулыраҡ мәғлүмәт таба алырһығыҙ: vk.cc/cJVZX6 .
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан