Был сара Еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына бағышланды.
«Миләшкәй» уртансылар төркөмө (етәксеһе Әхмәтова А. Й.) «Батыр һалдаттар», «Көнбағыш» өлкәндәр төркөмө ( етәксеһе Баястанова С. З.) «Хәтирәләр», «Аҡбуҙат» мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө (етәксеһе Ишдәүләтова А. А. ) «Еңеү көнө» һәм М. Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» (етәксеһе Жуламанова Н.Й.) әҫәре буйынса тамаша тәҡдим иттеләр.
Бәләкәй артистар сәхнәләштереүгә бик яуаплы, етди әҙерләнгәндәр. Улар образға инеп, үҙ ролдәрен оҫта итеп башҡарып, тамашасылар күңелен яулай алдылар.
Театр балаларҙың күңелендә иҫтәлекле минуттар ҡалдырыр һәм матурлыҡҡа, батырлыҡҡа ынтылыш уятыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.