Бөгөн “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы рәйесе, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина ҡатнашлығында методик кәңәшмә уҙҙы. Кәңәшмәгә мәктәп директорҙары, балалар баҡсаһы мөдирҙәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡытыу туған телдә ойошторолған башланғыс кластар уҡытыусылары, өҫтәмә белем биреү педагогтары, районыбыҙҙың башҡорттар Ҡоролтайы вәкилдәре саҡырылды. Сараның тәүге өлөшөндә ҡунаҡтар «Бәпембә», «Шатлыҡ» балалар баҡсалары эшмәкәрлеге менән таныштылар. Тәрбиәселәр, өҫтәмә белем биреү педагогтары үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Лариса Хашим ҡыҙы балалар баҡсаларында, белем биреү ойошмаларында башҡорт телен үҙләштереү һәм милли мөхит булдырыу мәсьәләләрен ҡуҙғатты. «Белем биреү ойошмаларында башҡорт телен өйрәнеү» темаһына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмә етәксеһе Тулибаева Рәйфә Искәндәр ҡыҙы сығыш яһаһа, балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү тураһында «Йәйғор» балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы Хәйбуллина Йәмилә Фәтих ҡыҙы һөйләне. Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, йәштәр ҡоролтайы етәксеһе Кәримова Илүзә Тагир ҡыҙы үҙ сығышында районда дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлауҙа йәмәғәт берекмәләренең роле тураһында бәйән итте.
Һуңғы йылдарҙа башҡорт теленең яҙмышы хаҡында төшөнкөлөк менән һуғарылған төрлө фараздар ишетелә. Туған телебеҙҙең иртәгеге булмышы беҙҙең бөгөнгө ышаныуҙарға, балаларға биргән тәрбиәгә һәм үткәндәргә ихтирам менән ҡарауға таяна.
Туған телде һаҡлау – хәҙерге ваҡытта иң актуаль проблемаларҙың береһе. Бөгөнгө көндә телебеҙ бөтөү ҡурҡынысы аҫтында торғанда, ниндәй генә юғалтыуҙар кисерһә лә туған телебеҙ балҡырға тейеш!