Бер ай дауамында мосолмандарҙың йорттарында, дөйөм туҡланыу урындарында, мәсеттәрҙә коллектив, ғаилә, район, хәйриә ифтарҙары үткәрелә. “Бәпембә” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре сараға яугирҙәрҙең ҡатындары, әсәләре, туғандарын саҡыҙы. Ауыҙ астырыу МХО-ла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең именлеге, тыныс күк йөҙө өсөн бергәләп доға ҡылыу маҡсатында ойошторолдо.