Яңылыҡтар
21 Марта 2025, 01:10

Яугир ҡыҙына көтөлмәгән бүләк яһаған

   

Яугир ҡыҙына көтөлмәгән бүләк яһағанЯугир ҡыҙына көтөлмәгән бүләк яһаған
Яугир ҡыҙына көтөлмәгән бүләк яһаған

Махсус хәрби операция яугире ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һәм Өфөнөң Р.Бикбаев исемендәге 102-се гимназияһында уҡыған ҡыҙына сәскә гөлләмәһе тотоп килгән. Белем биреү учреждениеһы директоры Шайморат Тимербулатов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошондай видеояҙма менән бүлешкән.

Атай менән ҡыҙҙың тулҡынландырғыс осрашыуы бер кемде лә битараф ҡалдырмаған.

«Иң мөһиме, илебеҙгә тыныслыҡ һәм еңеү килеп, атайҙар ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар», — тип яҙа гимназия директоры.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас