Яңылыҡтар
19 Март 2025, 16:17

Маҡандар яугир менән осрашты

Ауыл клубында һәм мәктәбендә «Куба» позывнойлы яугир менән осрашыуҙар үтте

Маҡандар яугир менән осраштыМаҡандар яугир менән осрашты
Маҡандар яугир менән осрашты

Маҡан ауыл мәҙәниәт йортонда «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы» сиктәрендә яҡташыбыҙ, «Куба» позывнойлы яугир менән осрашыу үтте. Ул хәрби хәрәкәттәр биләмәһенән ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан.
Сара йылы һәм күңелле мөхиттә үтте. "Куба" үҙенең хәрби хәрәкәттәр һәм еңеүгә табан барған ауырлыҡтар тураһында хәтирәләре менән уртаҡлаша. Ул шулай уҡ дуҫтары һәм ауыр мәлдәрҙә бер-береңә ярҙам итеүҙең мөһимлеге тураһында һөйләне.
Осрашыуға «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы Ләйсән Салауатова саҡырылды. Ул сарала ҡатнашыусыларға Ватанды һаҡлаусыларға бөтә кәрәкле ярҙам сараларын алырға һәм тыныс тормошҡа ҡайтырға ярҙам иткән фондтың эше менән таныштырҙы. 
Осрашыу аҙағында барыһы ла яугирға ныҡлы һаулыҡ, уңышлы хеҙмәт һәм тиҙ арала еңеү менән ҡайтыуын теләне. Хөрмәт йөҙөнән ауыл активистары уға үҙҙәре теккән йылы кофта, окоп шырпылары һәм талисман тапшыра.

Шул уҡ арала «Куба» мәктәптә балалар менән дә осрашҡан.  Әңгәмә барышында уҡыусылар геройға ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә алды. Улар хәрби хәрәкәттәр барышын һәм яугирҙарҙың ниндәй наградалар алыуы тураһында һөйләүен ҙур иғтибар менән тыңлай. «Куба» әрме хеҙмәтенең әһәмиәте, Ватанға һөйөү һәм халыҡ алдындағы бурысын үтәүҙең мөһимлеге тураһында ғорурлыҡ менән һөйләне. Ул шулай уҡ һалдаттарға балаларҙан открыткалар һәм хаттар рәүешендә алған рухи ярҙамдың ни тиклем ныҡ кәрәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был хат-хәбәрҙәр яугирҙарға көс һәм ышаныс өҫтәй. Әңгәмәнән һуң  башланғыс класс уҡыусылары бөтә яугирҙарға тиҙ арала өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләгән хаттары тапшырылды. Уҡыусылар һәм педагогтар ҡыйыу ауылдашына ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләп, ә иҫтәлеккә уға балалар яһаған талисман бүләк иткән.

Маҡандар яугир менән осрашты
Маҡандар яугир менән осрашты
Маҡандар яугир менән осрашты
Маҡандар яугир менән осрашты
Маҡандар яугир менән осрашты
Маҡандар яугир менән осрашты
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас