Яңылыҡтар
19 Марта 2025, 04:54

Диңгеҙ төпкөлдәрен гиҙгән моряк

19 мартта Рәсәйҙә Һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүселәр көнө билдәләнә. Тап ошо көндө 1906 йылда император Николай II яңы төр һуғыш караптары – һыу аҫты кәмәләрен Рәсәй империяһы хәрби флоты караптары классификацияһына индереү тураһында указ сығара. Был байрамды һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт иткән Хәйбулла районы диңгеҙселәре лә билдәләй. Шуларҙың береһе – Рауил Нафиҡов.

Диңгеҙ төпкөлдәрен гиҙгән морякДиңгеҙ төпкөлдәрен гиҙгән моряк
Диңгеҙ төпкөлдәрен гиҙгән моряк

Рауил Зөфәр улы Сәғит ауылында донъяға килә. Тыуған ауылында 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 9-10-сы кластарҙы Мәмбәт ауылында уҡый. Аҙаҡ тракторсы һөнәрен үҙләштереп, тыуған ауылына ҡайта. Совхозда төрлө эштәрҙә эшләй. Бер аҙҙан хәрби комиссариат йүнәлтмәһе буйынса Сибай ҡалаһына шоферҙар мәктәбенә уҡырға бара. Ҡулына водитель таныҡлығы алғас та Рауил Нафиҡов 1989  йылда әрмегә алына. Кронштадт ҡала-портында Балтик флотының К-22 һыу аҫты кәмәһе бригадаһы составында ярты йыл хәрби әҙерлек үтә. Ә хеҙмәт итергә  икенсе яҡҡа ебәрелә – йәш диңгеҙсе Төньяҡ флотҡа эләгә, унда ул К-104 дизель-электр һыу аҫты кәмәһендә йөҙә.

–Беҙҙең база Мурманск өлкәһенең Видяево ҡалаһында урынлашҡайны. Һыуыҡ һәм шул уҡ ваҡытта хозурлығы менән дан тотҡан  Баренц диңгеҙен, поляр төндәрҙе бер ҡасан да оноторлоҡ түгел. 80 кешенән ашыу торған һыу аҫты кәмәһе экипажы өс йыл эсендә биш тапҡыр алыҫ яҡтарға сәфәргә сыҡты. Иң оҙайлыһы 3 ай ярымлыҡ походтарҙа йөрөнөк. Тәүҙә ҡыйыныраҡ булды, һыу аҫтына төштәс тын етмәгән һымаҡ тойола ине, әкренләп күнектек, – тип уртаҡлашты әңгәмәсем.

Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 11-се һанында уҡығыҙ

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас