️ Башҡортостандың почта белгестәре Бөтә Рәсәй «Земство почтальоны» конкурсында ҡатнаша ала.
Бының өсөн 2025 йылдың 10 апреленә тиклем күрһәтелгән сайтта ғариза бирергә кәрәк: vk.cc/cJx31A.
❗ Конкурста:
- халыҡ һаны 50 меңгә тиклем булған тораҡ пункттарҙа эшләгән;
- бер йылдан артыҡ хеҙмәт тәжрибәһе булған почта белгестәре ҡатнаша.
Ғаризаларҙы 2025 йылдың 11 апреленән 1 майына тиклем төбәк эксперт комиссиялары баһалай һәм финалға сығыусыларҙы һайлап ала. Финал 5 июндә Мәскәүҙә уҙа.
✅ Шулай уҡ «Халыҡ почтальоны» тигән махсус номинацияла тауыш биреү ойошторола. 12 майҙан 5 июнгә тиклем Рәсәй почтаһының «ВКонтакте» селтәрендәге сәхифәһендә тауыш биреп буласаҡ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан