

МХО ветерандары берләшә
Хәйбулла ерендә Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың советы булдырылды. Ул район йәмәғәт ойошмаларының координация советы ҡарамағында эшләйәсәк. Яңы ойошманың рәйесе итеп МХО ветераны Алик Юзеев тәғәйенләнде.
–Ойошманың атамаһында уҡ күренеүенсә, маҡсатыбыҙ МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү. Ҡасанда булһа ла был һуғыш тамамланасаҡ, ә беҙҙең егеттәргә матди ғына түгел, рухи, психологик ярҙам, реабилитация талап ителәсәк. Әйтергә кәрәк, совет барлыҡҡа килмәҫтән алда ла, МХО ветерандары менән бергәләп яуҙа һәләк булған хәрбиҙәрҙе хөрмәтләп һуңғы юлда оҙатыуҙа даими ҡатнаштыҡ, батырҙарыбыҙҙың ҡәберҙәренә ҡуйырға флагтар һатып алабыҙ. Беҙҙең тағы бер мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе – йәштәргә илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә булышлыҡ күрһәтеү. Ошоға бәйле район мәктәптәрендә, музейҙа һәм башҡа урындарҙа үткән патриотик сараларҙа ҡатнашабыҙ, махсус хәрби операция һәм яугирҙар тураһында һөйләйбеҙ. Әлеге ваҡытта ойошма йәмәғәт башланғыстарында эшләй, киләсәктә уны юридик яҡтан рәсмиләштереп, Устав булдырыу бурыстары тора, – тип һөйләне беҙгә Алик Сәғит улы.
Әйткәндәй, геройҙарҙың хәтерен мәңгеләштереү менән бәйле төрлө саралар үткәреү һәм уларҙы ойоштороуға булышлыҡ итеү ҙә ойошманың маҡсаттары иҫәбенә инә. Эйе, совет яңы ғына ойошторолоуына ҡарамаҫтан, уның барлыҡҡа килеү тарихы әлеге генә башланмай икән. Мәҫәлән, Яңы йыл алдынан ветерандар бергәләп, һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә барып, үҙҙәре йыйған аҡсаларына бүләктәр һатып алып, балаларҙы ҡыуандырғандар. Шулай уҡ улар яраланған хәрбиҙәрҙе лә яңғыҙ ҡалдырмайҙар, өйҙәренә барып хәлдәрен белешеп торалар.
Яңы клубҡа уңыштар теләйбеҙ
Башҡортостан Башлығы күрһәтмәһе буйынса барлыҡ муниципалитеттарҙа МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре клубтары ойошторола. Беҙҙең районда ул «Берҙәмлек менән көслөбөҙ» тип атала һәм яңы ойошма Ғаилә хеҙмәте ҡарамағында эшләйәсәк. Клубты һәләк булған яугирҙың тол ҡатыны Эльмира Аҡсурина етәкләй. Бының тураһында тулыраҡ Хәйбулла районында Ғаилә хеҙмәте етәксеһе Динә Аҡҡужина һөйләне.
–Махсус хәрби операция башланғандан алып Ғаилә хеҙмәте ҡарамағында ирекмәндәр төркөмө булдырылды һәм бөгөнгө көнгә тиклем уны беҙҙең белгес Филүзә Ишемғолова етәкләй. Ғаилә хеҙмәтенең социаль оҙатыуында булған МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре бар, беҙгә психологик һәм консультатив ярҙам һорап та мөрәжәғәт итәләр. Шул уҡ ваҡытта һәләк булған яугирҙар тураһында иҫтәлекте һаҡлау маҡсатында Аҡъяр телевидениеһы менән берлектә «Геройҙар беҙҙең арала» телевизион проектты бойомға ашырыла. Проект сиктәрендә видеосюжет төшөргәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзалары менән осрашабыҙ, әңгәмәләшәбеҙ, бәйләнештәр булдырабыҙ, уларға ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ. Йылы мөхиттә үткән аралашыу барышында проектта ҡатнашыусылар үҙҙәренең күңел донъяһын асалар, эстәренә йыйылған һүҙҙәрен һөйләп, негатив энергияларҙан да таҙарыналар.
Быйыл Башҡортостан Башлығы күрһәтмәһе буйынса барлыҡ муниципалитеттарҙа МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре клубтарын булдырыу бурысы ҡуйылды. Ошоға бәйле Ғаилә хеҙмәте ҡарамағында йәмәғәт башланғыстарында эшләгән клуб барлыҡҡа килде. Яңы ойошма төрлө осрашыуҙар, акциялар, фәһемле лекциялар, ижади оҫталыҡ дәрестәре, психологик тренингтар һәм башҡа саралар ойоштороуҙы маҡсат итеп кенә ҡуймай, ғаиләләр ниндәй ярҙамға мохтаж булыуы хаҡында мәғлүмәттәрҙе лә туплаясаҡ. Элек беҙ һәр бер ғаилә менән шәхсән эшләһәк, хәҙер ошо клуб ярҙамында уларҙы берләштереп, аралаштырып, ҡатын-ҡыҙҙарҙың иңдәренә төшкән ауырлыҡтарҙы бергәләп еңеп сығырға яңы мөмкинлек барлыҡҡа килде, – тине Динә Ревмир ҡыҙы.
Яңы ғына үҙ эшмәкәрлеген башлаған йәмәғәт ойошмаларына эштәрендә, һәр бер башланғыстарында уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Эльмира Аҡсурина, «Берҙәмлек менән көслөбөҙ» клубы етәксеһе:
—Тормош иптәшем Фларит Аҡсурин яуҙа һәләк булғас, үҙем бөтә ауырлыҡтар аша үттем һәм шуға ла яҡындарын юғалтҡандарҙың кисерештәрен төптән аңлайым. Үҙем илебеҙ һағында торған яугирҙарға хәлдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Иремдең хәрби иптәштәренә рациялар һатып алып ебәрҙем. «Беренсе тирмә» республика проекты ирекмәндәре менән берлектә яугирҙарҙың заявкалары буйынса техника һатып алыуға ярҙам йыйыуҙа ҡатнаштым. Быйыл ошо проект сиктәрендә ике аҙна хәрби госпиталдә эшләп ҡайтырға ниәтләйем. Әлбиттә, йорттоң терәге булған ирҙәре, улдары эргәләрендә булмаһа, ғаиләнең проблемалары ныҡ арта бара, күптәр балалары менән япа-яңғыҙы тороп ҡала. Шуға күрә Ғаилә хеҙмәте ҡарамағында «Берҙәмлек менән көслөбөҙ» клубы булдырылыуы бик мөһим. Бында бергәләп йыйылып, төрлө файҙалы саралар уҙғарыу планлаштырыла, шул уҡ ваҡытта документтар менән эш итеү, башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләйәсәкбеҙ. Был осраҡта башҡа ойошма-учреждениеларҙың ярҙамдарына ла таянабыҙ. Мәҫәлән, Аҡъяр тау колледжы студенттары ғаиләләргә утын ярыу, ишек алдын ҡарҙан таҙартыу, электр менән бәйле проблемаларҙы хәл итеүҙә һәм башҡа өй йәки баҡса эштәрендә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Ауыл биләмәләре хакимиәттәре сүп-сар сығарыуҙа, «Аквасервис» предприятиеһы канализацияны таҙартыуҙа булышлыҡ күрһәтә. Киләсәктә райондың бөтә ауыл биләмәләрендә клубтың филиалдарын ойошторорға ниәт бар. Мин һәр ваҡыт яугирҙарҙың яҡындары менән аралашырға әҙермен, шуға тартынмайынса 8-937-309-95-42 телефоны буйынса шылтыратһындар. Нәҡ берҙәмлек беҙҙе көслөрәк итә.