Өфө ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны яңыртыу” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, яңы модулле ауыл табип амбулаторияһы төҙөлдө. Амбулаторияла Өфө, Әлибай, Рафиҡ, Яңы Петровка, Петропавловка, Первомайск, 1-се Мырҙа, Түбәнге Смаҡ ауылдары халҡына медицина ярҙамы күрһәтелә. Дөйөм алғанда–1808 кеше, шуларҙың 348-е балалар. Ул ауыл халҡының ғына түгел, ә яҡын-тирәләге тораҡ пункттарҙың да медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк.
Амбулаторияла проект буйынса участка терапевты һәм участка педиатры кабинеттары ҡаралған, тағы ла процедура, прививка эшләү һәм башҡа бүлмәләр бар. Халыҡҡа медицина ярҙамы көндөҙгө стационар шарттарында ла күрһәтелә. Табип амбулаторияһы заманса йыһаз һәм медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Яңы амбулаторияның мөдире Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, 40 йылдан ашыу хеҙмәт тәжрибәһе булған участка педиатры Рәйфә Ҡашҡарова.
“Башҡорт баҡыры” йәмғиәте амбулаторияны йыһазландырыуға финанс ярҙамы бүлгән. Ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә райондың башҡа тау-мәғдән предприятиелары ла ярҙам күрһәткән.
Комментарий:
Рөстәм Шәрипов, район хакимиәте башлығы:
-Халыҡ күптән көткән модулле табип амбулаторияһы сафҡа инде. Был районда тәүге модулле табип амбулаторияһы. Объект ауыл халҡы сәләмәтлеге мәнфәғәтенә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер тип ышанабыҙ. Быға тиклем медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатмарлы, авария шарттарында ауыл халҡын хеҙмәтләндерҙе. Милли проект, республика етәкселеге, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамы менән ниһайәт, амбулатория үҙ ишектәрен асты. Ошондай программалар ярҙамында Хәйбулла районында һуңғы биш йылда 12 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө.
Рәйфә Ҡашҡарова, Матрай ауыл табип амбулаторияһы мөдире, табип-педиатр:
Тәьҫораттар:
Әнүзә Гәрәева:
-1977 йылда Сибай медицина училищеһын тамамлап, Хәйбулла районына эшкә ҡайттым. Первомайка ауылында хеҙмәт юлымды башланым. Өфө ауылына күскәс, участка дауаханаһында 20 йыл лаборант булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Элекке менән сағыштырғанда бында бөтә уңайлы шарттар булдырылған. Амбулатория яҡты, йылы, иркен, йәмле. Хатта бында үҙем эшләгем килеп китте. Бындай уңайлы шарттарҙа табип һәм шәфҡәт туташтарына рәхәтләнеп эшләргә генә ҡала. Ауыл халҡына инде бында килеп, ваҡытында медицина тикшереүе, диспансерлаштырыу үтеүҙәрен һәм ауырымауҙарын теләйем. Йәштәр ауылға эшкә ҡайтһындар ине, сөнки әле күп дауаханаларҙа медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәй.
Ғәзилә Мөҙәрисова:
-Сибай медицина училищеһынан һуң, 1973 йылда бында дауаханаға эшкә килдем. 41 йыл шәфҡәт туташы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Беҙҙең заманда ауырыуҙарға саҡырыу буйынса күп йөрөнөк. Ауырлыҡтарға бирешмәнек, эшкә яуаплы ҡараныҡ. Әле медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ булыуы, күңелде ҡыра. Яңы амбулатория йылы, йәмле. Бөтә уңайлыҡтары булған, шул тиклем матур бина. Йәш түгелмен, үҙем эшкә сығыр инем. Әлеге коллективтың имен-һау эшләүҙәрен теләйем.
Мәҙинә Ғүмәрова:
-Заманса табип амбулаторияһы сафҡа инеүе ауыл халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға, сөнки беҙҙең дауахана күптән иҫкергән ине. Район үҙәгенә бармайынса ғына үҙебеҙҙә сифатлы медицина хеҙмәте алырға мөмкин булыуы яҡшы. Амбулаторияның медицина хеҙмәткәрҙәренә еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйем.
“Беҙҙең дүрт миллионлы республика өсөн был тема айырыуса мөһим, сөнки төбәк халҡының өстән бер өлөшөнән ашыуы ауыл ерендә йәшәй. Өс йыл элек район буйлап йөрөй башлағас, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының ниндәй генә экзотик биналарҙа урынлашмауын күрҙем, ә бөтәһе беҙҙә – 1960. Шуға күрә беҙ алдыбыҙға бөтә иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункттарын алмаштырыу бурысын ҡуйҙыҡ. Беҙ Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путинға беренсел звеноны комплекслы модернизациялау программаһын башлап ебәргәне өсөн рәхмәтлебеҙ”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.