Былтыр "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивалендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: "Башҡорт аты борондан башҡоттарҙың иң тоғро һәм ышаныслы дуҫы булып республика тарихына инде. Хатта "Аҡбуҙат", "Урал батыр" эпостарында ла ат - төп герой. Беҙҙең хәрби батырыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов та үҙенең данлы юлын ат менән үтә," - тип белдерҙе ҡунаҡтарға.
Башҡорт атының бәҫен күтәреү, үлемһеҙ ҡаһарманлығын мәңгеләштереү маҡсатында Аҡъяр ауылы Балалар ижады йорто тарафынан "Башҡорт аты - Башҡортостан Республикаһы тарихында ышаныслы һәм тоғро дуҫ!" тип аталған республика конкурсының район этабы ойошторолдо.
Башҡорт атын бар яҡлап өйрәнгән, һүрәтләгән һәләтле балаларҙың 50-нән ашыу эштәрен ҡабул иттек. Уҡыусылар һынлы, биҙәү-ҡулланма сәнғәте ярҙамында башҡорт атының тышҡы ҡиәфәтен, торошон, батырлыҡтарын һүрәтләнеләр, ә әҙәби сәнғәт ярҙамында тарихын, бар булмышын асып бирҙеләр.
Муниципаль этапта еңеп сыҡҡан 15 баланың ижади эше республика кимәлендә лә юғары баһаларға эйә булырҙар тип ышанып уңыштар теләйбеҙ!