Дауа – аяҡ аҫтында, ти, халҡыбыҙ. Һеҙҙе ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге өсөн файҙалы үләндәр менән таныштырабыҙ.
Мәтрүшкәнең составындағы эстрогендәр гормональ фонды яҡшырта. Шулай уҡ ул һөт биҙҙәре эшмәкәрлеген көйләй, шуға күрә бала имеҙгән йәш әсәләргә мәтрүшкә сәйе эсергә кәңәш итәләр.
Мелисса кәйефте яҡшырта, йоҡоно көйләй, ауыртыуҙы баҫа.
Бәрхәт сәскә – бик көслө антисептик. Стрептококк, стафилококк кеүек бактериялар ҡуҙғытҡан инфекциялар осрағында бер сәй ҡалағы спиртлы төнәтмәгә 200 миллилитр йылы һыу өҫтәп тәһәрәтләнергә тәҡдим ителә.
Кесерткән ҡанды таҙарта, ауыртыуҙы баҫа. Әммә уны ҡуйы ҡанлылыҡ, айырыуса варикоз, тромбоз осраҡтарында ҡулланырға ярамай.
Иҫкәрмә: үләндәр менән дауаланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.