Яңылыҡтар
11 Март 2025, 10:27

Яҙғы ташҡынға әҙерлек

Районда ташҡын осоронда йәлеп ителеүсе хеҙмәттәрҙең әҙерлеге тикшерелде

Яҙғы ташҡынға әҙерлекЯҙғы ташҡынға әҙерлек
Яҙғы ташҡынға әҙерлек

Тәбиғәт быйылғы яҙ миҙгеленә ниндәй һынауҙар әҙерләүен теүәл әйтеп булмай, әммә ябай әҙерлек ҡағиҙәләрен һәр саҡ хәтерҙә тотоу яҡшы. Ошоға бәйле, район хакимиәтендә ташҡынға ҡаршы әҙерлек буйынса комиссия ултырышы үтте. Унда яҙғы ташҡынға әҙерлек һәм гидротехник ҡоролмаларҙың хәүефһеҙлеге мәсьәләләре ҡаралды.

Артабан ташҡынға ҡаршы махсус комиссия ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында йәлеп ителеүсе көстәрҙең әҙерлеген, шул иҫәптән авария-тергеҙеү бригадаларының йыһазландырылыу кимәлен, күргәҙмәгә ҡуйылған техникаларҙың торошон, уларҙың эш ҡеүәтен, кәрәкле ҡорамалдар һәм инструменттар запасын тикшерҙе, ҡотҡарыу төркөмдәренең һәм транспорттың һыу баҫыу осрағында халыҡты эвакуациялауға әҙерлеген билдәләне.

Сараның практик өлөшөндә иһә Таналыҡ һыуһаҡлағысында гидротехник ҡоролмаларҙың әҙерлеген тикшереү буйынса штаб-команда күнекмәләре уҙғарылды.  

Райондың ауыл биләмәләрендә ташҡын хәүефһеҙлеген күҙәтеү өсөн барыһы ла эшләнә, махсус хеҙмәттәр эшләй. Әммә тәбиғәттең беҙҙән һәр саҡ көслөрәк булыуын, тәбиғәт күренештәрен алдан тулыһынса күҙаллап булмауын онотмайыҡ. 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас