Яңылыҡтар
11 Март 2025, 06:51

Алыҫ Көнсығыш киңлеген ҡасан күрер инем?

Һамар ауылынан Нурсолтан Кәримов Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡып йөрөгәндә, армияға юлланған. 

Алыҫ Көнсығыш киңлеген ҡасан күрер инем?Алыҫ Көнсығыш киңлеген ҡасан күрер инем?
Алыҫ Көнсығыш киңлеген ҡасан күрер инем?

Нурсолтан Кәримов – сығышы менән Хәйбулла районының Хворостянка ауылынан, Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡып йөрөгәндә, армияға юлланған. Ул әйтеүенсә, һәр егет армия тормошон үтергә бурыслы.

– "Һеҙҙе Алыҫ Көнсығышҡа яҙҙыҡ", тип Өфөлә призывной пунктта әйттеләр, – тип һөйләй Нурсолтан Рафаэль улы. – Беренсенән, һайлау мөмкинлеге юҡ. Икенсенән, офицерҙың тәҡдимен ныҡ шатланып ҡабул иттем. Башҡортостанымды яратам, республикабыҙҙың эргә-тирәһендәге өлкә һәм республикаларҙа ла йыш булғаным бар. Ә бына армияла Алыҫ Көнсығышҡа эләкмәһәм, ул төбәкте ҡасан күрер инем әле? Уйынлы-ысынлы итеп әйткәндә, бер йыл әрме хеҙмәте йәһәт кенә уҙҙы ла китте. "Эх, ике йылға һуҙылһа икән, ҡайһылай шәп булыр ине" тип тә уйландым.

Рядовой Нурсолтан Кәримовҡа Алыҫ Көнсығыштың тәбиғәте ифрат оҡшаған. Порт ҡалаһы Владивостоктың уңайлы урынлашыуы, Тымыҡ диңгеҙ, ундағы тулҡындарҙың уйнауы, үҙенсәлекле күперҙәр һәм башҡалар - шуға асыҡ миҫал. Хатта һәр ваҡыт күҙәтелгән еүеш һауа торошо ла күңеленән урын алған.

Фото: Гөлнара Кәримова.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас