Яңылыҡтар
10 Март 2025, 06:18

Кисәге көн әллә нисә ғаиләгә ҡара ҡайғы килтерҙе

-

Кисәге көн әллә нисә ғаиләгә ҡара ҡайғы килтерҙеКисәге көн әллә нисә ғаиләгә ҡара ҡайғы килтерҙе
Кисәге көн әллә нисә ғаиләгә ҡара ҡайғы килтерҙе

Кисә Башҡортостанда көслө буран ҡоторҙо. Ошо сәбәпле, юлдарҙа хәүеһҙелек булдырыу өсөн махсус хеҙмәттәр бик күп йүнәлештәр буйынса юлдарҙа сикләү индерҙе. Ләкин барыбер республика юлдарында үлемесле авариялар булды.

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, кисә Хәйбулла районында ике кеше, Борайҙа бер кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Кискә ҡарай тағы бер үлемесле авария Учалы районында булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда ике кеше һәләк булды.

Белорет-Учалы-Миәс автомобиль юлының 95-се километрында ВАЗ-2107 һәм ҡаршыға килгән ВАЗ-21099 бәрелешкән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә етенсе модель водителе һәм пассажир ашығыс ярҙам машинаһы килгәнсе йән биргән.  Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөмө эшләне. Юл фажиғәһенең сәбәптәре асыҡлана.

Автор:
Читайте нас