Яңылыҡтар
10 Март 2025, 11:55

Бер ҡатын ирен сәнсеп үлтергән

-

Бер ҡатын ирен сәнсеп үлтергәнБер ҡатын ирен сәнсеп үлтергән
Бер ҡатын ирен сәнсеп үлтергән

Күмертауҙа 45 йәшлек ҡатын ирен үлтереүҙә ғәйепләнә. Башҡортостан Республикаһы судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 9 мартта Күмертау район-ара суды уны 2 айға – 7 майға тиклем һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарған. 7 мартта эсеп алған ҡатын ире менән талашып киткән һәм уның күкрәгенә бысаҡ менән сәнскән. Ир шунда уҡ йән биргән.

Суд ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.

https://www.bashinform.ru/news/law/2025-03-10/zhitelnitsa-bashkirii-zarezala-svoego-supruga-4151301

Автор:Дарья Субботина
Фото:Ксения Калинина
Автор:
Читайте нас