Яңылыҡтар
10 Март 2025, 12:00

Башҡортостанға көньяҡ һауа фронты килде

-

Башҡортостанға көньяҡ һауа фронты килдеБашҡортостанға көньяҡ һауа фронты килде
Башҡортостанға көньяҡ һауа фронты килде

Был аҙнала Башҡортостанда һауа торошон көньяҡ һауа массалары билдәләй, төбәккә аномаль йылы килә. Был хаҡта Башгидрометүҙәктән хәбәр иттеләр.

11-15 мартта уртаса тәүлек күрһәткестәре норманан 3-9 градусҡа юғарыраҡ була. Бындай температура һәм ямғырҙар ҡарҙың тиҙ иреүенә килтерә, тип иҫкәртә синоптиктар: түбәнерәк урынлашҡан участкаларҙа ҡаралтыларҙың һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Бәләкәй дала һәм тау йылғаларында һыуҙың боҙ өҫтөнә сығыуы мөмкин.

Ә уҙған ял көндәрендә республикала көслө ҡар яуҙы, трассаларҙа хәрәкәтте сикләргә тура килде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-10/v-bashkirii-prishyol-yuzhnyy-vozdushnyy-front-4151544

Автор:Элина Әхмәтова
Фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Автор:
Читайте нас