Хәйбулла хәбәрҙәре
+29 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
7 Март 2025, 07:57
Яҙ һәм наҙ байрамы
Район мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған сара үтте.
Яҙ һәм наҙ байрамы
Район мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған сара үтте. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары һәм әсәйҙәре, күп балалы әсәләр һәм башҡа ҡатын-ҡыҙҙар саҡырылды.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотлап үтте . Ул 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәйҙәргә “Әсәлек даны” миҙалы һәм әүҙем хәйриә эшмәкәрлеге, районда ирекмәнлек хәрәкәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, Ғаилә хеҙмәте етәксеһе Динә Аҡҡужина ла гүзәл заттарҙы тәбрикләп, изге теләктәрен юлланы.
Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм талантлы балаларҙың бай йөкмәткеле концерты, бүләккә бирелгән ләлә сәскәләре ҡатын-ҡыҙҙар күңеленә хуш килде.
Яҙ һәм наҙ байрамы
Автор:
Разиля Байгускарова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"