Аҡъяр ауылынан Дилбәр Рәхмәтова өсөн яҙ - мәшәҡәтле һәм яуаплы осор. Сөнки ул Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә тюльпандар үҫтерә. Хәҙер уның оранжереяһында өс меңгә яҡын ләлә сәскә атҡан. Үҫтереү серҙәре менән ул "Йәш журналистар медиаүҙәге-студияһы" берекмәһе уҡыусылары менән уртаҡлашты. 8 Март алдынан балалар сәскәләр батшабикәһенә экскурсияһына барҙы.
Дилбәр сәскәләрҙе нисек тәрбиәләү тураһында ентекле һөйләне. Мартта гүзәл заттарҙы ҡыуандырасаҡ тюльпандарҙы сентябрҙә үк ултырталар. Артабан махсус климат булдыралар, температура билдәләйҙәр һәм хатта көн һайын улар менән ихлас һөйләшәләр икән. Танып белеү экскурсияһынан тыш, Дилбәр ләләнән гөлләмәләр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтә. Һәр бала үҙ аллы букет эшләй алды, ә һуңынан балалар сәскә үҫтереүсегә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә алды.
Әйткәндәй, йәш журналистар, тиҙҙән был хаҡта тулы репортаж әҙерләйәсәк.