Яңылыҡтар
6 Марта 2025, 10:24

Яугир әсәһе Зөһрә апай

Батырлыҡ ордены кавалеры Фларит Аҡсуриндың ҡаһарманлығы мәңге хәтерҙә ҡаласаҡ

Яугир әсәһе Зөһрә апайЯугир әсәһе Зөһрә апай
Яугир әсәһе Зөһрә апай

Бер-бер артлы йылдар үтә барған һайын, был донъя тағы ла сағыуыраҡ төҫтәр менән балҡый кеүек, оломо-кесеме тип айырмай, һәр кемгә әҙ генә булһа ла ҡыуаныс, йылы һүҙ бүләк итке килә икән. Халыҡ телендә лә «Йылы һүҙ – йән аҙығы», – тип бушҡа әйтелмәй инде тигән изге теләктә батыр ул үҫтергән Зөһрә апай Аҡсуринаның өйөнә юлландым.

Килеп инеү менән хужабикәнең уңғанлығын, эшкө бөтмөрлөгөн күрһәткән фатирҙағы бөхтәлек күҙгә ташланды. Ә ҡыҫҡа ғына әңгәмәбеҙ барышында уның ихласлығы, ябайлығы, кешелеклелеге, киң күңеллеге асыҡ сағылды.

Мәҡәләм геройы Хәйбулла районының юҡҡа сыҡҡан ауылдарҙың береһе – Ишмөхәмәт ауылында Сәлихйән һәм Яңылбикә Ишмөхәмәтовтарҙың ишле ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға ауаз һала.

Мәктәптә 8-се класты тамамлағандан һуң, Сибайҙа төҙөүсе һөнәренә уҡып сыға. Артабан йәш ҡыҙ юллама буйынса Подольск ауылына ебәрелә, ул ошонда хеҙмәт юлын башлай һәм буласаҡ пар ҡанаты – иретеп-йәбештереүсе булып эшләгән Фәрит Аҡсурин менән таныша. Күптә үтмәй йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. 1973 йылда Аҡсуриндарҙың бәхеттәрен артырып, улдары тыуа, уға Фларит тип исем ҡушалар. Ә икенсе улдары Рәфис бөгөнгө көндә үҙ ғаиләһе менән баш ҡалабыҙ Өфөлә йәшәй. Татыу ғаилә ике бала тәрбиәләп үҫтергән.

Фларит Аҡъярҙа мәктәпте тамамлап, һөнәрселек  училищеһында тракторсы һөнәрен үҙләштерә. 1991 йылдың июнендә хәрби хеҙмәткә алына, ә сентябрь айында йәш һалдат отпускыға ҡайтҡан саҡта буласаҡ тормош иптәше – һөнәрселек училищеһында уҡып йөрөгән Савельевка ауылы ҡыҙы Эльмира менән таныша. Әрме хеҙмәтен тултырып, өйгә ҡайтышлай  кәләшен етәкләп алып ҡайта. Шулай итеп йәш пар өйләнешеп донъя көтә башлайҙар. Аҡсуриндар 9 балаға ғүмер бүләк итәләр.

Фларит ҙур ғаиләһе өсөн  ныҡлы терәк була.  Башта 7 йыл милицияла, һуңынан ата-әсәһе кеүек төҙөлөш тармағында эшләй. 2023 йылдың 11 декабрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй, һәм Тыуған илде һаҡлап, махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Мотоуҡсылар батальонында хәрби хеҙмәт юлы үтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаһарман яҡташыбыҙ 2024 йылдың 15 ғинуарында махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булды. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына лайыҡ була. «Фларитым менән һуңғы тапҡыр күрешкәндә, өйгә нисә инһә лә ҡосаҡлап ала торғайны. Хәҙер уйлайым, әллә күңеле һиҙеп, хушлашып йөрөнөме икән тип», – тип күҙ йәштәре аша һөйләне Зөһрә Сәлихйән ҡыҙы.

-Илдәр тынысланып китһен тип көн дә теләйбеҙ. Киленемә ейән-ейәнсәрҙәремде аяҡҡа баҫтырып, башлы-күҙле итеп, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәргә яҙһын. Бүлә-бүләсәрҙәрем имен-һау үҫһендәр. Яҡындарымдың һәммәһе лә иҫән-һау, бәхетле булһындар, – тигән изге теләктәрен еткерҙе 11 ейән-ейәнсәргә һәм 9 бүлә-бүләсәгә ҡартәсәй булған Зөһрә Аҡсурина.

 

Зәкиә Ҡадаева.

Маҡан ауылы

Автор:
Читайте нас