Лилиә Рәмил ҡыҙы Подольск ауылында тыуып үҫкән. 9-сы класты тамамлағандан һуң, Сибай педагогия колледжының сит телдәр бүлегенә уҡырға инә. Колледждан һуң, Подольск ауыл китапханаһында әсәһе, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлиә Ҡолсобаева етәкселегендә китапханасы булып хеҙмәт юлын башлай. 2009 йылда Магнитогорск дәүләт университетын тамамлап, тарих уҡытыусыһы һөнәренә эйә була.
-2004 йылда мәғариф өлкәһенә эшкә килдем. Бына инде 20 йыл тыуған мәктәбемдә эшләйем һәм тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, инглиз теленән уҡытам. Бер үк ваҡытта 13 йыл директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарам. Шулай уҡ 15 йылдан ашыу Аҡъяр ауылы балалар ижад йортонда өҫтәмә белем биреү педагогы булып эшләйем. "Минең бәләкәй Ватаным" һәм “Йәмғиәтте өйрәнеү бөтәһе өсөн" түңәрәктәрен алып барам. Тәрбиәләнеүселәрем тыуған яҡтарын өйрәнә, төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай. Уҡытыусы өсөн иң ҙур бүләк - уҡыусыларҙың ихтирамы, - ти Лилиә Рәмил ҡыҙы.
Талантлы уҡытыусы даими белемен камиллаштыра, 2022 йылда «Йөрәгемде балаларға бирәм» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы призеры була, 2024 йылда «Методик кейстар Панорамаһы» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында 1-се урын яулай.
-Мәктәптән уҡытыусы булырға хыялландым һәм был һөнәрҙе һайлағаныма үкенмәйем. Балаларҙы яратам, улар менән эшләү ҙур ҡәнәғәтлек килтерә, бигерәк тә, уҡыусыларым уңышҡа, билдәле бер һөҙөмтәләргә өлгәшһә. Сығарылыш уҡыусыларының яҡшы кешеләр булып киткәнен, тормошта дөрөҫ юл һайлағанын ишетеп ҡыуанам. Шул саҡта был һөнәрҙе юҡҡа ғына һайламағаныңды аңлайһың, - ти тәжрибәле педагог.
Лилиә Рәмил ҡыҙы өйөндә уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын, әсәй һәм өләсәй. Тормош иптәше Илнур Ғүмәр улы менән 23 йыл татыу ғүмер кисерәләр. Ғаилә башлығы “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтендә эшләй. Ҡыҙҙары Айлина университетта юрист һөнәренә уҡып, әле күп функциялы үҙәктә уңышлы эшләй. 3 йәшлек ейәндәре Марсель балалар баҡсаһына йөрөй. “Яратҡан ғаиләм, эшем, уҡыусыларым һәм рәхмәтле ата-әсәләр булыуы менән бәхетлемен”, - ти Лилиә.
Мәҡәлә тулыраҡ гәзиттең 9-сы һанында